-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Февраль 2020, 16:35

Рәмил Шәмсетдиновты Читаға ебәрәсәктәр

Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәренә атҡан Рәмил Шәмсетдиновҡа психологик-психиатрик экспертиза тамамланған. Был хаҡта һалдаттың атаһы Сәлим Шәмсетдинов хәбәр итә.

"Мин адвокаттар менән шылтыратып һөйләштем, улар суд экспертизаһы тамамланыуын белдерҙе. Рәмилде хәҙер Бутыркаға – Мәскәүҙәге икенсе СИЗО-ға күсергәндәр. Унан Читаға алып китәсәктәр. Экспертиза һөҙөмтәләре мартта ғына билдәле булыр тип көтөлә", – ти ул.
Әйткәндәй, фажиғәнең тәүге көндәренән үк һалдатты яҡлау өсөн аҡса күсерә башланылар. Атаһы адвокаттарға бер миллион һум аҡса күсереүе хаҡында ла хәбәр итә. "Тәүҙә ярты миллион һум аҡса бирҙем. Был сумма юристарға өс айға етте. Бөгөн тағы ярты миллион аҡса ебәрҙем. Ул юристарға осрашыуҙар, енәйәт эше алып барыу менән бәйле сығымдарға тотоноласаҡ".
Адвокаттар үҙҙәренең хеҙмәте өсөн гонорарҙан баш тартҡан. Аҡса авиабилеттар алыу, йәшәү һәм туҡланыу өсөн тотоноласаҡ.
Фото: "Бәйләнештә".

Автор: Венер Исхаҡов.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/R-mil-Sh-msetdinovti-Chita-a-eb-r-s-kt-r-128973/
Читайте нас: