Яңы Йәнбәк урта мәктәбендә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, яугир-афғанлылар, әрме сафтарында хеҙмәт итеүселәр менән осрашыуҙар әленән-әле ойошторолоп тора.
Әйтергә кәрәк, улар менән әңгәмәләрҙән һуң балалар Ватан, Тыуған ер төшөнсәһен, уны һаҡларға кәрәклеген нығыраҡ аңлай. Бынан ике йыл элек контракт буйынса хеҙмәт иткән Илшат Нурулла улы Фәтхетдинов менән үткән осрашыу матур хәтирә булып күңелдәрҙә һаҡлана. Ул Ғүмәр ауылында тыуып үҫкән. Күп йылдарҙан һуң туған мәктәбенә хөрмәтле ҡунаҡ сифатында килеү ғорурлыҡ тойғолары уята, әлбиттә.
Ҡунаҡтарҙың һәр береһен мәктәп коллективы ихлас ҡаршы ала, уңыштары, ҡаҙаныштары менән таныштыра. Бындай саралар мәктәп йылъяҙмаһында айырым урын биләй.