+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Февраль 2020, 16:00

"Бабайсылыҡ" ҡорбандары күрһәтмәләренән баш тартты

Чита гарнизонының хәрби суд ултырышы асыҡ режимда үтте. Графовтан һәм Шәмсетдиновтан тыш, бөтә ҡаза күреүселәр ҙә Мөхәтовҡа дәғүәһе булмауын белдергән һәм унан 500 һум күләмендә компенсация алып, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен тыныс юл менән асыҡлаған.

Ә Евгений Графов әлеге мәлдә Мәскәүҙә комала ятҡанлыҡтан, берҙән-бер Шәмсетдинов ҡына дәғүә белдергән кеше булып ҡала.

Әйткәндәй, Руслан Мөхәтовҡа ҡарата психиатрик экспертиза үткәрелгән. Уның сәләмәтлегендә бер ниндәй ҙә тайпылыш булмауы һәм үҙенең ҡылығы өсөн яуап бирергә тейешлеге билдәләнгән. Тәүге судта Руслан Мөхәтов үҙенең ғәйебен тулыһынса таныһа, был юлы уның бер өлөшөн кире ҡаға. Мәҫәлән, имеш, хеҙмәттәштәре битенә һуғыуҙы үҙҙәре һораған. Рәмилдең атаһы Сәлим Шәмсетдиновты барыһынан бигерәк ҡаза күреүселәр үҙәренең дәғүәһенән баш тартыуы ғәжәпкә ҡалдырған.

- Мин суд барышын күҙәтем барҙым. Ғәйепләнеүсегә Рәмилдең генә дәғүәһе бар һымаҡ килеп сыға, ҡалғандар 500 һум аҡса өсөн унан баш тартҡан. Уларҙан мыҫҡыл иткәндәр бит! Мөхәтовтан компенсацияны күберәк тә һорай алалар ине, -тигән ул.

Шулай итеп, ҡаза күреүселәрҙең күрһәтмәләре уҡылды, ә Мөхәтовтан һорау алдылар. Суд тикшереүе тамамланды. Ҡаршы яҡтарҙың фекер алышыуы 26 февралгә тәғәйенләнде.

- Тәүге судта Мөхәтов бөтә эпизодтар буйынса ғәйебен таныһа, бөгөн үҙенең күрһәтмәләрен үҙгәртеп, ғәйебен өлөшләтә кире ҡаҡты, - тип билдәләне Шәмсетдиновтың адвокаты Рауил Туғушев.

Һүрәттә: ғәйепләнеүсе Руслан Мөхәтов. Фото: 72.ru
Автор: Венер Исхаҡов.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Babaysili--orbandari-k-r-tm-l-ren-n-bash-tartti-131712/
Читайте нас: