+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Февраль 2020, 10:00

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө

23 февралдә дәүләт байрамын – Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ.

Тыуған илде һаҡлау – дәүләтебеҙҙең һәр гражданының изге бурысы ул. Төрлө быуын кешеләре Рәсәй Ҡораллы Көстәренең данлыҡлы тарихы, көс-ҡеүәте менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Рәсәй Һалдаты һәр саҡ хәрби присягаға тоғро ҡалыуы, Ватанына булған сикһеҙ һөйөүе менән айырыла. Ул нисәмә быуын Тыуған ил һаҡсылары аманат итеп ҡалдырған традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡлай, киләсәк быуынға тапшыра. Шуға күрә халҡыбыҙ бөйөк полководецтар һәм ябай һалдаттарҙың тиңһеҙ ҡаһарманлығы тураһында бер ҡасан да онотмай, уларҙың рухын, ышанысын, батырлығын үҫеп килгән быуынға өлгө итеп ҡуя.
Бөгөн беҙ ветерандар алдында хөрмәт менән баш эйәбеҙ. Халҡын, Тыуған илен фашизм ҡоллоғонан һаҡлап ҡалған кешеләргә мәңге рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ юғары профессионализм, ҡаһарманлыҡ хас булған, ил һағында торған һалдаттарыбыҙҙы ла ысын күңелдән байрам менән ҡотлайбыҙ.
Читайте нас: