+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Февраль 2020, 12:45

25 февраль – Башҡортостандың Дәүләт флагы көнө

Башҡортостаным Флагы Тора өс төрлө төҫтән: Күк, аҡ, йәшел, ә уртаға Ҡурай сәскәһе төшкән.

Башҡортостан дәүләт флагы тарихы 1918 йылдың 20 август көнөнән башлана.
Дәүләт флагында зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәге горизонталь тигеҙ буйлы һыҙаттар, уртаһында һары түңәрәк эсендә һары төҫтәге ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн, ғәҙеллекте һәм уй-ниәттәренең сафлығын аңлата. Аҡ төҫ — республика халыҡтарының тыныслыҡты һәм татыулыҡты һөйөүен белдерә. Йәшел төҫ — азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеген билдәләй. Ҡурай сәскәһе — дуҫлыҡ символы.
Читайте нас: