0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Февраль 2020, 17:50

Әрләгән һәм туҡмаған: пенсионер-серфер нисек итеп акуланан ҡотолоуы хаҡында һөйләгән

Акула үткер тештәре менән уның серфинг таҡтаһын ныҡ итеп ҡыҫҡан һәм ебәрмәй тотҡан.

Яңы Зеландияның Паунуи пляжында 60 йәшлек серфер Ник Миноуг ҙур аҡ акула һөжүменә дусар булған һәм уны әрләп, йоҙроғо менән һуғып ҡотолған.
Был турала Sky News сайтына һылтанып ТСН агентлығы хәбәр итә.
Ир нисек итеп ҡулдары ярҙамында акуланан ҡотолоуы тураһында һөйләгән. Уның әйтеүенсә, һөжүм ваҡытында акула үткер тештәре менән уның серфинг таҡтаһын ныҡ итеп ҡыҫҡан һәм ебәрмәй тотҡан.
Пенсионер акуланың күҙҙәренә һәм танауына һуғып ҡына унан ҡотолоп булыуы хаҡында яҡшы белгән. Ул йыртҡысты тәүҙә ҡысҡырып әрләй, һуңынан киҙәнеп уның ике күҙе араһына һуға, әммә тейҙерә алмай.
Ник юғалып ҡалмай һәм акулаға тағы ла һуға. Был юлы инде уға уңыш йылмая - ир йыртҡысты ҡыуып ебәрә. Серфер ҙур булмаған яралар ғына ала һәм ярға уңышлы сығып етә.
Элек УНИАН агентлығы хәбәр итеүенсә, «йомшаҡ характерлы» юлбарыҫ акулаһын (тигровая акула) дайвер ҡулынан ашата.
Читайте нас: