0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Февраль 2020, 14:30

Өс игеҙәктәребеҙгә инде 52 йәш!

1967 йылдың 15 майында Яңы Йәнбәк ауылында өс игеҙәк малай донъяға килә. Бәхетле ата-әсә сабыйҙарына Ринат, Ришат, Радик тип исем ҡуша.

Фидал һәм Лимә Шакировтар икеһе лә “Өршәк” колхозында эшләй. Ғаилә башлығы – ғүмер буйы шофер, икенсеһе һауынсы була. Зинур, Лилиә, Флүр исемле өс бала үҫтергән ирле-ҡатынлы шулай итеп бер мәлдә алты балалы ҙур ғаиләгә әйләнә.
Әйтергә кәрәк, уларҙы үҫтереү еңелдән булмай. Ул ваҡыттарҙа, үҙегеҙ беләһегеҙ, колхоздар гөрләп тора, эштән бер көн дә ҡалырға ярамай, өйҙә лә мәшәҡәттәр баштан ашҡан. Әммә егәрле, булдыҡлы Шакировтар бирешмәй, йылы ғаилә усағында өс игеҙәк тә бер тиң буй еткерә.
Уландар бер-бер артлы кәләш ала, Ришат менән Радик алыҫҡа йөрөмәй – Өршәк буйы ҡыҙҙарын һайлай. Ринаттың ҡатыны Зилә Илеш яғынан.
Һеҙ фотоһүрәттә (һулдан уңға) Радик менән Рәсимә, Ришат менән Зәбиҙә, Зилә менән Ринатты күрәһегеҙ. Һоҡланғыс парҙар, шулай бит?!
“Байраҡ” район гәзите хәбәрселәре өс игеҙәктәр тураһында яҙа килде. Быйыл гәзитебеҙҙең тәүге һаны сығыуға 90 йыл тулыу айҡанлы Шакировтар тураһында мәҡәлә “Асылыкүл”-“Балҡантау” район гәзите биттәрендә донъя күрәсәк.
Читайте нас: