+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Февраль 2020, 18:15

Һуғыш осоро балалары...

1941-1945 йылдарҙа булған ҡанлы ваҡиғалар көндән-көн алыҫлаша бара, әммә улар хаҡындағы иҫтәлектәр бөгөн дә беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй. Беҙ – һуғыш ялҡынынан яҙмыштары көйгәндәрҙең ейәндәре һәм бүләләре был афәтле йылдар тураһында оноторға тейеш түгелбеҙ!

Ауыр һуғыш һалдаттарҙың ғына түгел, ә әсәләре, ҡатындары һәм балаларының да яҙмышын селпәрәмә килтергән. Уларға ла был дәһшәтле йылдар шаһиты булырға тура килгән. Кемдәрҙер оккупацияла тороп ҡалған һәм фашистарҙың йыртҡыслыҡтарын үҙ күҙҙәре менән күргән; кемдәрҙер тылда фронтҡа ярҙам итеү һәм еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн өлкәндәр менән бер рәттән тир түккән.
Беҙҙең районда ла бәхетле балалыҡтарын бер минутта юҡ иткән һуғыш осоро балалары бик күп. Улар ҙа ҡәһәрле йылдарҙың бар әсеһен үҙ елкәләрендә татыған: ер һөргән, иген сәскән, иккән һәм башҡалар.
Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршыларға йыйына. Ошо уңайҙан район гәзите хеҙмәткәрҙәре тыл ветерандары – һуғыш осоро балаларының хәтирәләрен уҡыусыларыбыҙ иғтибарына еткерергә булды.
Һеҙҙең яҡындарығыҙ араһында ла ундайҙар барҙыр, моғайын. Беҙ һеҙҙән уларҙың иҫтәлектәре яҙылған хаттар һәм ветерандың фотоһын көтөп ҡалабыҙ. Төркөмөбөҙгә хәбәр (сообщение) ебәрегеҙ. Беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, уларҙы гәзитебеҙҙең сайтында баҫырбыҙ.
Читайте нас: