+6 °С
Дождь
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
27 Февраля 2020, 17:00

Күңелле итеп ҡышты оҙаттыҡ!

Зөлфирә Баймөхәмәтова менән Нәсимә Сәһәрйәрова матур идеяменән сығыш яһаны

Уларҙы Хөсәйен ауылы китапханасыһы Таңилә Кәлимуллина һәм шәхси эшҡыуар Рита Күсәрбаева күтәреп алды.
Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Ауылда ҡышты оҙатыу байрамы үткәрелә тигән хәбәр таралыу менән йәше-ҡарты социаль-мәҙәни үҙәккә ағылды. Февраль бирешергә теләмәһә лә, саф һауала уйындар, уйын-көлкө, шат ауаздар күңел күтәренкелеге бирҙе.
Рәхәтләнеп уйнағас, ярыштар тамамланғас, бергәләп сәй эсеп, ял итеп таралыштылар.
Читайте нас в