+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Февраль 2020, 11:00

“Фәйзулламдың ҡәҙерен белмәнем...”

– Гөләйшә ике туған апаһына ҡайтып тәгәрәгән икән!– Ысынмы!– Китсәле!Был хәбәр ауыҙҙан-ауыҙға, телдән-телгә күсеп тиҙ таралды. Йөҙ өйҙән торған ауылда бөтәһе лә ус төбөндәге кеүек күренә. Берәүҙәр уны йәлләне, икенселәре үсәне тигәндәй.

– Ҡуй инде, ҡарт көнөңдә кеше тупһаһында йөрө инде.

– Үҙенә күрә тамам, ире Фәйзулла мәрхүмде һанла­маны. Байрамдарҙа саҡ ҡына төшөрөп алһа ла “һин ни эшләп шулай, һин үлһәң, егеткә барам” тип кәзекләй торғайны.

– Барҙы инде ана. Ун балалы егеткә!

– Хәҙер үҙ өйөнә лә инә алмай.

Ысынлап та, ғәжәп холоҡло ине Гөләйшә. Тотонһа, һәр эште ҡойоп ҡуйған кеүек эшләгән ирен бер ҙә генә һанламаны. Ул саҡтарҙа ха­лыҡ өмәгә йөрөр, көҙөн күмәк­ләп мал һуйыр ине. Тап шуға ла уның холҡон бөтәһе ятлап бөткән. Шундай мәжлестәрҙә ҡыҙмаса булып алған ҡатын һәр ваҡыт кеше алдында ирен кәмләүҙе ғәҙәтенә индерҙе. “Һин үлһәң, егеткә барам”, – тип йыш ҡабатлар булды.

Ысынлап та, алтын ҡуллы ине Фәйзулла. Үҙ көсө менән ҙур, матур итеп йорт ҡорҙо, ҡап­ҡаларын, ҡоймаларын би­ҙәкләп ҡуйҙы. Ауылда һирәк кеше генә емеш ағастары үҫтерә ине. Фәйзулла ағай ултыртҡан алмалар көҙөн мул, татлы емештәре менән күрше-тирәнең күҙен ҡыҙҙырҙы.

Бәхетһеҙлек көтмәгәндә килде. 46 йәшлек шап-шаҡтай ирҙең ҡапыл үлеп ҡалыуы бөтә ауыл халҡын һиҫкән­дерҙе. Бәғзе берәүҙәр “туҡма­ғандар” тип әйтһә лә, артынан йөрөүсеһе булмағас, был хәл шул килеш йомолдо.

Ете бала менән яңғыҙ ҡалды Гөләйшә. Иң кесеһенә йәш тә тулмағайны әле. Иренең мәйе­те янында ла: “Оятһыҙ, мине ташлап китте лә барҙы, был балаларҙы мин нисек ҡарарға тейеш?” – тип йөрөгән, тиҙәр.

Бер нисә йыл үткәс, тол ҡатынды алтмыш саҡрым алыҫлыҡтағы ауылдан бер иргә һоратып киләләр. Ҡаты­ны ауырып үлеп ҡалған, ун баланың бишәүһе бөтөнләй бәләкәй икән. Гөләйшә барыр­ға ризалаша. Иң кескәй ике балаһын алып китә ул.

Ваҡыт үтә. Балалар бер-бер артлы үҫә, көндәрҙең бере­һендә бабайы ла донъя ҡуя. Иң төпсөктәре килен алып ҡайтҡас, Гөләйшәгә был йортта көн ҡалмай. Ахырҙа ул әйберҙәрен төйнәп, күрше ауылдағы ҡыҙына юллана. Тик унда ла һыймай – төшөрөргә яратҡан кейәүе ҡәйнәһен йәмһеҙ һүҙҙәр менән йәберләй. Үҙенең йортона ҡайтыр ине, улы күптән өйләнеп, биш бала үҫтерә. Килене лә кеше аша “ул ҡайта ҡалһа, бында бер көн тормайым” тип хәбәр ебәргән.

Көндәрҙең береһендә аптыраған Гөләйшә яңғыҙы ғына көн күргән ике туған апаһына килеп һыйына. “Фәйзулламдың ғына ҡәҙерен белмәнем, ул иҫән булһа, былай кәм-хур булып йөрөмәҫ инем”, – тип үкһеп-үкһеп илаған, тиҙәр.

Һәр кем үҙ бәхетен аңлап, бер-береһен ҡәҙерләп йәшәһен ине. Һуңынан үкенерлек булмаһын!
Автор: Венер ИСХАҠОВ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/f-yzullamdy-eren-belm-nem-/
Читайте нас: