+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Февраль 2020, 16:00

Сирле Зәйнәб

Әллә ысын, әллә буш, Зәйнәб әбей йәштән һаулығына зар­лана. Килен булып төшкәс, сөгөлдөр баҫыуында ярты ғына көн бутала.

– Эсем өҙөлөп килә, ҡуй, үләһем юҡ, – тип ҡайтып китә лә башҡаса колхоз эшенә сығып та әйләнмәй. Өйөндә лә утын индереү, өҫтәлгә самауыр ултыртыу кеүек эштәр – иренең елкәһендә. Үҙе шәл, бейәләй, ойоҡбаш бәйләй. Унан район үҙәгенә, ҡалаға алып барып һата.

Йәше артҡан һайын Зәйнәб әбей сәләмәтлегенә тағы ла нығыраҡ “зарлана”. “Әллә бар ғүмер, әллә юҡ ғүмер. Йәшәп булмаҫ инде, Хоҙай һаулыҡты мыҫҡаллап ҡына биргән” тигән һүҙҙәрҙе ул доға урынына ҡабатлай. Шуға ла үҙенә “сирле Зәйнәб” тип ҡушамат та тағалар.

Көҙгө эштәр тамамланғас та дауаханаға юллана ул. Унда бәйләмен бергә алып китеп, әллә күпме әйбер бәйләй. Яҙ еткәнсе бер нисә тапҡыр ятып сыға. Күрше-күлән хәл белешергә килһә, йөҙөн сирылтып, ҡулын ғына һелтәй:

– Дауалары бер ҙә килеш­кәнгә оҡшаманы, нисек керһәм, шулай сыҡтым. Ҡуй, Хоҙай һаулыҡ бирмәгәс, табиптарға ғына ышаныс юҡ инде.

Шулай ғүмер үтә. Көндәрҙең береһендә ире алтмышҡа ла етмәҫтән йөрәк өйәнәгенән тәгәрәй. Балалары ла ҡырға китеп бөтә. Хатта бер-бер артлы күрше-тирәләге тиңдәштәре лә донъя ҡуя.

Ә Зәйнәб әбейҙең күптән түгел туҡһан йәшен билдәләнеләр. Юбилейында дер һелкетеп бейегән, тиҙәр. Ауылдағы иң оло кеше ул хәҙер.
Автор: Венер ИСХАҠОВ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/sirle-z-yn-b/
Читайте нас: