+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Февраль 2020, 11:45

Ял табынына

Күптәребеҙ яратып бешергән "Французса ит" (мясо по-француски) рецебы

500 гр. тирәһе фаршҡа әҙ генә һөт һалып, уртаға ярылған һарымһаҡ тештәре, тоҙ, борос өҫтәп-болғатып, ситкә ҡуйып тороғоҙ. Һөт фаршты һутлы, йомшаҡ итә.

Табаны (противень) майлап, иң тәүҙә 5-6 эре бәрәңге турап йәйәбеҙ (йоҡа ғына телемләп киҫергә лә, фри кеүек һаламлап турарға ла мөмкин), сама менән тоҙ, борос, тәмләткестәр һибәбеҙ, 3-4 баш һуғанды дүңгәләкләп турап йәйәбеҙ, ошоларҙың өҫтөнә әҙер фаршты һалабыҙ, 2-3 помидорҙы түңәрәкләп теҙеп (помидор урынына бәшмәк һалырға ла мөмкин), иң өҫкә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы ҡаймаҡ, йә майонез менән бутап һылайбыҙ. Сыр бөтә ризыҡты ҡаплап, бығып бешергә тейеш.

170-180 градуслы мейестә 1 сәғәт, 20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтө артыҡ ҡыҙармаһын тиһәгеҙ, фольга менән ҡаплап ҡуйырға була.
Аштарығыҙ тәмле, ялығыҙ файҙалы булһын, ҡәҙерле дуҫтар!
Читайте нас: