Рәсәй был ойошмаға 1993 йылда ғына ҡушыла. Ҡотҡарыу хеҙмәттәренең эшен әүҙемләштереү, граждандар хәүефһеҙлеген пропагандалау маҡсатында эшмәкәрлек алып барған халыҡ-ара ойошмаға 50-нән ашыу дәүләт инә. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү, халыҡты иҫкәртеү һәм һаҡлау алымдары ла Граждандар оборонаһы хеҙмәте ҡарамағында.