+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2020, 16:05

Аксаков урындары буйлап...

Дәүләкән районында Аксаков фондының ҡаргиҙәрҙәр экспедицияһы үтте.

С.Т. Аксаковтың, уның ғаиләһенең әҙәби, мәҙәни мираҫын, илебеҙ һәм халҡыбыҙҙың героик йолаларын популярлаштырыу, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе патриотик, рухи-әхләҡи тәрбиәләү, дуҫлыҡты һәм халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу, йәмғиәттең бар ҡатламдарын да берләштереү сараның маҡсаты булып тора.
Поход-экспедиция сиктәрендә йола буйынса мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, хакимиәт һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре менән осрашыуҙар була, һуғышта һәләк булған яуғирҙар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәргә, обелискыларға сәскәләр һәм шыршынан гирляндалар һалына, хәтер митингылары үтә. Уларҙа «Еңеү көнө» йыры башҡарыла, хәрби-патриотик темаға әңгәмәләр уҙғарыла.
Походта ҡатнашыусылар маршрут буйынса юлдарын дауам итеп, 29 февралдә Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ мәктәбендә лә булды. Осрашыу барышында улар уҡыусыларға экспедицияның маҡсаты тураһында, балалар иһә, үҙ сиратында, ҡунаҡтарға яҙыусының шиғырҙарын яттан һөйләне.
Экспедицияла ҡатнашыусылар мәктәп янында урынлашҡан обелискыға, яуҙа һәләк булғандарҙы оло хөрмәт менән иҫкә алып, сәскәләр һәм шыршы ботаҡтарынан эшләнгән гирлянда һалды, уҡыусылар менән бергәләп «Еңеү көнө» йырын башҡарҙы. Ҡунаҡтар китапханаға уникаль китаптар, мәктәпкә фотоаппарат һәм йылы бейәләй бүләк итте, шулай уҡ Еңеү Байрағының күсермәһен дә тапшырҙы. Бынан һуң ҡаргиҙәрҙәр экспедицияһы маршрут буйынса юлын артабан дауам итте.
Читайте нас: