+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Март 2020, 16:20

Зыяраттар тәртиптә булһын өсөн

2 май - Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө

Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың Указы менән 2 май - Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип иғлан ителде.
Муниципалитеттарға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың ҡәберҙәрен тәртипкә килтерергә, сүп-сарҙы сығарырға ҡушылды. Бынан тыш, мәрхүмдәрҙең яҡындары зыяраттарға бара алһын өсөн автобустар йөрөйәсәк.
Указды дин әһелдәре лә дәррәү хуплап сыҡты.
«Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2 майҙы Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип иғлан итте. Беҙ мосолман ҡәрҙәштәребеҙ менән бергәләп әруахтарҙың һуңғы төйәген тәрбиәләп торабыҙ, тәртипкә килтерәбеҙ. Был матур йола хәҙер закон менән нығытылды. Республика етәкселеге, муниципаль берәмектәр башлыҡтары беҙгә ошо изге эштә ярҙам итәсәк. Эйе, беҙ килеп йыйыштырасаҡбыҙ, ә йыйылған сүп-сарҙы утилләштереү муниципаль берәмектәр башлыҡтарына, коммуналь хеҙмәттәргә йөкмәтеләсәк.
Баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе доғалар уҡып иҫкә аласаҡбыҙ, сөнки әруахтар үҙҙәре өсөн доға уҡый алмай. Беҙ, ерҙә йәшәгән кешеләр, үҙебеҙ өсөн дә, улар өсөн дә доға ҡыла алабыҙ. Сиркәү ҡанундары буйынса, әгәр кеше мәрхүмдәрҙең рухына доға ҡыла икән, баҡыйлыҡҡа күскәндәр ҙә беҙгә доға ҡыла.
Ошо көндөң әһәмиәтен аңлап, ул кешеләр араһында изге көнгә әйләнер тип ышанабыҙ. Үткәнен белмәгән кешенең киләсәге юҡ», - тине үҙ сығышында митрополит Өфө һәм Стәрлетамаҡ Никоны.
Өфө ҡалаһының һәм Башҡортостан Республикаһының баш раввины Дан Кричевский был көндө Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә тиңләштерҙе:
«Республика Башлығының йылдың бер көнөн зыяраттарға барып, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыуға арныуы бик яҡшы күренеш. Ата-әсәләре менән балалар ҙа киләсәк. Кемдер яҡындары рухына доға ҡыласаҡ, кемдер тын ҡалып, уларҙы тыңлап ҡына торасаҡ. Был көн Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә өҫтәмә көн буласаҡ. Ата-бабаларыбыҙҙың иҫтәлегенә оло хөрмәт билдәһе тип ҡабул итәм был көндө.»
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур Бирғәлиндың сығышы түбәндәгесә яңғыраны:
«25 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дин вәкилдәре менән осрашты. Беҙ унда күп кенә актуаль темаларҙы ҡараныҡ. Уларҙың береһе – 2 майҙы Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип иғлан итеү. Уның мәғәнәһе нимәлә?
Был көндө беҙ, Диниә назараты һәм башҡа дини ойошмалар вәкилдәре, зыяраттарҙы тәртипкә килтерергә, мәрхүмдәр рухына доғалар уҡырға тейешбеҙ. Ул йыл һайын үткәреләсәк. Был бер ниндәй ҙә дини ваҡиға түгел, ә шулай итеп зыяраттарҙы, ҡәберлектәрҙе матур хәлдә һаҡлап ҡалыу тигән ниәттә башҡарылған ғәмәл.
Зыяраттар бөгөн муниципалитеттарға ҡарай. Имамдарҙың нисек эшләүен зыяратҡа ҡарап та баһаларға мөмкин. Быға тиклем улар айырым эшләй ине, ә 2 майҙан дәүләт һәм дин әһелдәре был сараны бергәләп уҙғарасаҡ. Был ике яҡлап та отошло, сөнки беҙ дәүләт менән аралашасаҡбыҙ. Дәүләт – техника, беҙ иһә кешеләр менән тәьмин итәсәкбеҙ. Дин әһелдәре дәүләт менән бергәләп был процесты еренә еткереп башҡарасаҡ тип уйлайым».
Махсус көн кешеләр яҡындарының, туғандарының ерләнгән урындарына килеп, уларҙы иҫкә алһын, ҡәберҙәр ташландыҡҡа әйләнмәһен өсөн булдырылған. Ә властарҙың бурысы – кешеләр зыяратҡа килеп етһен, йыйылған сүп-сарҙы сығарыу өсөн тейешле техника менән тәьмин итеү.
Читайте нас: