Стресс тәндә таптар барлыҡҡа килеүен ҡуҙғыта
Стресс һөҙөмтәһендә организмда гормональ һәм химик процестар башлана. Шул арҡала ҡан тамырҙары киңәйә һәм тән тиреһендә ҡыҙыл таптар барлыҡҡа килә.
Кофеның файҙаһы раҫланған
Экспериментта 200 мең ир һәм ҡатын ҡатнашҡан. Һығымта шундай: кофеин үҙәк нервы системаһына тәьҫир итә һәм еңелсә антидепрессант ролен үтәй. Өҫтәүенә серотонин, дофамин һәм норадреналин етештерелеүен арттыра.
Ир-ат онотоусан…
Ысынлап та, ир-ат ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырғанда йышыраҡ онота. Был ғәҙәтте уларҙағы йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, юғары ҡан баҫымы һәм тән ауырлығы менән бәйләйҙәр. Ошо сәбәптәр баш мейеһе эшмәкәрлегенең ваҡытынан иртә “ҡартайыуы”на килтерә.
Ҡояшҡа тура ҡарау зыянлы
Был – дөрөҫ кәңәш, сөнки Ҡояшҡа тура ҡарау башты ауырттырыуы, күҙ күреүсәнлеген насарайтыуы, хатта күҙҙе зарарлауы мөмкин.
Ҡайнар сәй селләлә организмды һыуыта
Әгәр ҙә һеҙ ҡайнар эсемлек эсәһегеҙ икән, тир бүлеп сығарыу көсәйәсәк кенә. Ә был организмдың тәбиғи һыуыныу механизмын яҡшырта. Тирҙең парға әүерелеүе кешене эҫе һуғыуҙан һаҡлай.
Помидорҙар ҡояшта бешеүҙән һаҡлай
Әгәр ҙә һеҙ туҡланыуҙа етерлек кимәлдә помидор ҡулланаһығыҙ икән, уларҙың составына ультрафиолет нурҙарынан һаҡлаусы антиоксидант, ликопин инеүен белегеҙ.
Йортта эт тотоу файҙалы
Ғалимдарҙың раҫлауынса, эт хужаларының ҡан баҫымы һәм холестерин кимәле һәр ваҡытта тиерлек нормала.
Йәшел сәй хәтерҙе яҡшырта
Белгестәр әйтеүенсә, йәшел сәй мейе эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Мәғлүмәтте иҫтә тотоу һәм телдәрҙе өйрәнеүҙә йәшел сәйҙең файҙаһы тейеүе ихтимал.
Рәхмәт тойғоһо кәйефте күтәрә
Тормоштағы эреле-ваҡлы еңеүҙәр, матур уйҙар, яҙма һәм телдән рәхмәт белдереүҙәр позитив ҡарашты нығыта, кәйефте яҡшырта.
Китап уҡыу стресс кимәлен кәметә
Көнөнә алты минут тирәһе булһа ла китап уҡығыҙ, тип иҫкәртә белгестәр – стресс кимәле 68 проценҡа кәмейәсәк. Мониторҙан уҡыуға ҡарағанда ташҡа баҫылғанды уҡыу һәйбәтерәк, тип иҫәпләй улар.