-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Март 2020, 18:00

Әсәкәйем – берҙән-берем

Беҙ һине бик яратабыҙ

8 Март. Был байрамдың беҙгә иртә яҙҙа килеүе һис тә осраҡлы түгел, сөнки яҙ һәм ҡатын-ҡыҙ бер-береһе менән шул тиклем оҡшаш, уларҙы хатта айырым күҙ алдына ла килтереп булмай! Һәр ҡайһыһы донъяны яҡтылыҡ һәм шатлыҡ нурҙарына күмә, һәр ҡайһыһы тормош һәм йәшәү сығанағы булып тора.
Бөгөн мин һоҡланғыс ҡатындарҙың береһе – ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ һәм ҡарт өләсәйебеҙ Гөлсирә Шәңгәрәй ҡыҙы Әхмәҙиева тураһында һөйләргә теләйем. Быйыл уға 83 йәш тулды. Ул Дәүләкән ҡалаһында тыуған. Атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Шәңгәрәй Миңлегәрәй улы һәм Ғәшүрә Ғабдрафиҡ ҡыҙы биш балаға ғүмер биреп, уларҙың һәр ҡайһыһына ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан, лайыҡлы белем алырға ярҙам иткән.
Әсәйем Гөлсирә Шәңгәрәй ҡыҙы ғаиләләрендә өлкән бала була. Ул Өфө статистика техникумын тамамлағандан һуң, 1957 йылда Дәүләкән ҡалаһының 9-сы һанлы дарыуханаһына эшкә урынлаша. Тәүҙә 42 йыл буйы бухгалтер, 1978 йылдан баш бухгалтер булып хеҙмәт һала. Хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн ул күп һанлы грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән, «Хеҙмәт ветераны» исеменә лайыҡ булған.
Әсәйемә ревизор сифатында районыбыҙ буйлап бик күп йөрөргә тура килә. Ул барыһы менән дә итәғәтле, алсаҡ булырға тырыша, шуға уны бөгөнгө көндә бик күп кеше белә һәм ихтирам итә. Бергә эшләгән коллегалары ла онотмай, байрамдарҙа, тыуған көнөндә уға Миәкә һәм Әлшәй райондарынан ҡотлауҙар килеп тора.
Атайыбыҙ Рәиф Тимерғәли улы менән 45 йыл татыу ғүмер иттеләр, өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Донъя булғас, төрлө сағы була – шатлыҡ-ҡайғылары ла, юғалтыу-табыштары ла. Яҡшыға өмөт итеү әсәйемә барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2002 йылдың 9 майында атайыбыҙ баҡыйлыҡҡа күсте. Ул киткән көндән алып йортобоҙ етемһерәп ҡалды. Әле һаман беҙ уның яғымлы йылмайыуын, зыңғырлатып көлөүен, изге кәңәштәрен һағынабыҙ. Һуғыш осоро балаһы атайым етемлек әселеген үҙ елкәһендә татыған. Башҡа тиҫтерҙәре белем алғанда, ял иткәндә, уға үҙ икмәген үҙенә эшләп табырға тура килә. Шуға күрә, атайым ғаиләһе етеш йәшәһен тип тырышты, производствола эшләүҙән тыш, өҫтәмә табыш булһын өсөн кешеләргә быйма баҫты. Уның быймаларын кейеүселәр бөгөн бындай йомшаҡ быймаларҙың булмауы менән ризалашыр, моғайын...
Ер йөҙөндә яҡшы кешеләр аҙ түгел, әммә барыбер иң яҡшылары – беҙҙең әсәйҙәр. Улар һәр ваҡыт балалары өсөн йәшәй, нисә йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар тип янып-көйә, тыуған йортҡа ҡайтыуҙарын һағынып көтөп ала. Минең өсөн әсәйемдән дә ҡәҙерлерәк кеше юҡ. Изге күңелле, ярҙамсыл, тәртипле, эш һөйөүсән, ябай һәм эскерһеҙ – был һүҙҙәрҙең барыһы ла уның хаҡында. Ғүмере буйына ул туғандарына, яҡындарына, дуҫтарына, күршеләренә, таныштарына һәм таныш булмағандарына – бөтәһенә лә ярҙам ҡулын һуҙырға тырыша. Бер нәмәгә лә ҡарамай, беҙ әсәйебеҙҙең бәхетле булыуын яҡшы беләбеҙ. Бөгөнгө көндә уның ике һеңлеһе һәм ҡустыһы иҫән, биш ейән-ейәнсәре, ун бүлә-бүләсәре бар. Уларҙың һау-сәләмәт һәм бәхетле булыуы – әсәйемдең иң оло шатлығы.
«Беҙ һине бик яратабыҙ, - тиҙәр яҡындары һәм туғандары уны 8 Март байрамы менән ҡотлап. – Ә йылдар... Улар ҡурҡыныс түгел! Был бары тик һандар ғына...
Гөлнара Ҡадирова, ҡыҙы.
Читайте нас: