-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2020, 16:25

Бөгөн халҡыбыҙҙың һөйөклө ҡыҙы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған көнө.

“Ырғыҙ” романы бөтә Советтар Союзында билдәлелек яулай.

Беренсе әҫәре – “Пионерка Һылыуҡай” хикәйәһе. Ул 1926 йылда ижад ителгән. Илдә барған коллективлаштырыу тәьҫире аҫтында яҙылған “Айбикә” повесы яҙыусыға танылыу килтерә. Дәүләтшина СССР-ҙың тәүге яҙыусылар съезында, Минск ҡалаһында үткән яҙыусыларҙың 3-сө Пленумында ҡатнаша. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романы бөтә Советтар Союзында билдәлелек яулай. Әҙибә 1954 йылдың 5 декабрендә донъя ҡуя. Романы 1957 йылда баҫылып сыға. 1967 йылда әҫәр Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була.
Читайте нас: