+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2020, 18:10

Гәзит уҡыусы менән быуатҡа яҡын

Гәзиттең беренсе һаны сығыуға теүәл 90 йыл тула

Һигеҙенсе мартта тәүҙә «Еңербеҙ» тип аталған гәзиттең беренсе һаны сығыуға теүәл 90 йыл тула. Ә бөгөн хөрмәтле уҡыусылар «районка»ның 10562-се һанын ҡулдарына алды.
90 йыл үтте! Быуатҡа яҡын тиерлек тарихта гәзит өҫтөндә тиҫтәләрсә кеше хеҙмәт һалды: мөхәррирҙәр, хәбәрселәр, яуаплы секретарҙар, фотохәбәрселәр... Әле матбуғат баҫмаһы коллективында – 14 кеше. Һеҙ уларҙың барыһын да һүрәттә күрәһегеҙ. Был бер эш башҡарыусы бәләкәй генә, татыу команда. Оҙаҡ йылдар дауамында редакция йыл һайын гәзиттең теүәл 104 һанын сығара, был һан байрамдарға, ял көндәренә ҡарамай, үҙгәрешһеҙ ҡала.
Күп уҡыусыларыбыҙҙың «районка»ны 20, 30-ар йыл буйына алдырыуы ҡыуаныслы. Ҡайһы берәүҙәр гәзит менән бергә үҫкән, һәм гәзиттең яңы һанын күрер, райондағы яңылыҡтарҙы, ваҡиғаларҙы тиҙерәк белер өсөн аҙнаһына ике тапҡыр түҙемһеҙлек менән почта йәшниктәрен ҡарай. Ә хеҙмәткәрҙәр, үҙ сиратында, гәзит уҡыусыға яҡыныраҡ булырға, заман менән бер аҙымдан атларға тырыша. Бының өсөн социаль селтәрҙәрҙе үҙләштерәләр, сайт алып баралар, унда гәзит биттәрендә булмаған мәғлүмәттәр донъя күрә.
Гәзит оҙон юл үтте, күп үҙгәрештәр кисерҙе. Хәҙер ул яңыра һәм ҡыҙыҡлыраҡ, көнүҙәк була бара. Юбилейың менән, яратҡан «районка»быҙ!
Читайте нас: