+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2020, 11:25

Архивтар көнө менән!

Рәсәй архивсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын 1720 йылдан бирле билдәләй.

Уға, Рәсәйҙә тәүге дәүләт акты — илдә дәүләт идараһын ойоштороу нигеҙҙәрен билдәләүсе һәм барлыҡ дәүләт органдарында актуариус (архивариус) тигән дәүләт вазифаһын индереүсе "Генераль регламент йәки Устав"ҡа ҡул ҡуйып, Петр I башланғыс һалды.
Архивтар илдең документаль тарихын, кеше яҙмыштары тарихын һаҡлай. Архив материалдарына тикшеренеүсе ғалимдар, аспиранттар, студенттар, шулай уҡ тарихты яратыусылар, тамырҙары, туғандарының яҙмыштары менән ҡыҙыҡһыныусылар, тарихи документтарҙы тергеҙергә теләүселәр мөрәжәғәт итә.
Архив хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте күп һанлы асыштар менән билдәләнә. Уларҙың эшмәкәрлегенән башҡа тарихи хәҡиҡәтте билдәләү, объектив тарих булдырыу мөмкин түгел. Улар халҡыбыҙҙың тарихи иҫтәлеген һаҡлай, илдә граждандар йәмғиәтен формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Читайте нас: