+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2020, 16:30

Мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ!

Мутлашыусылар граждандарҙың аҡсаһын урлауҙың төрлө ысулдарын уйлап таба.

Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәр тарафынан зыян күреүселәрҙе яҡларға һәр ваҡыт әҙер, әммә уларға ҡаршы көрәштең иң яҡшы ысулы – граждандарҙың хоҡуҡи белеме һәм уяулығы.
Мутлашыусылар йыл һайын граждандарҙың аҡсаһын урлауҙың төрлө ысулдарын уйлап таба. Был хаҡта Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса енәйәттәрҙе асыу бүлеге начальнигы урынбаҫары В. Кравцунов һөйләй.
«Банк хеҙмәткәрҙәренең телефондан шылтыратыуҙары»
Кеҫә телефонына йәнәһе лә банк хеҙмәткәренән хәбәр килә йәиһә шылтыратып уның картаһы блокировкаланыуы йәки икеләтә һаҡлау кәрәклеге әйтелә. Картанан законһыҙ аҡса алырға тырышыуҙары тураһында һәм уны һаҡлау өсөн бер иҫәптән клиент өсөн махсус әҙерләнгән һәм һаҡланылған картаға күсерергә кәрәклеген әйтәләр. Ошонда схеманы өйрәтеп, мутлашыусылар «Мобиль банк» аша зыян күреүсенең картаһы тураһында тейешле мәғлүмәттәр ала, һәм уның аҡсаһын урлай.
«Яҡындарығыҙ юл-транспорт фажиғәһенә тарыны»
Алдашыу ябай. Кешегә улы йәки ҡыҙы бәләгә тарыуы һәм уларҙың аҡсаға мохтаж булыуы тураһында хәүефле смс-хәбәр килә. Әгәр хәбәр ебәреүсенең номерына шылтыратһаң, ул үҙен полиция хеҙмәткәре йә иһә врач итеп таныта һәм ысынлап та ҡурҡыныс хәл булыуын, енәйәт яуаплылығына тарттырылмаҫ өсөн карточка иҫәбенә ашығыс рәүештә аҡса күсерергә кәрәклеген «раҫлай». Ҡаза күреүсе ышанып, аҡсаһын курьерға, күп осраҡта такси хеҙмәткәренә тапшыра йәиһә үҙаллы банкомат аша күсерә.
«Мобиль банк»
Һеҙҙең тарафтан элек файҙаланылған абонент номеры буйынса аҡса урлайҙар.
Ҡаза күреүсе элекке сим-картанан банк хеҙмәте тураһындағы смс-белдереүҙе туҡтатмайса телефон номерын алмаштыра. Бынан тыш, яңы клиентҡа картаһы тураһында смс-хәбәрҙәр килеү дауам итә һәм мутлашыусылар һеҙҙең аҡсаны үҙләштерә ала. Элекке сим-картанан хеҙмәттәрен мотлаҡ рәүештә туҡтатырға кәрәк.
«Зыян килтереүсе программалар»
Енәйәтселәр мобиль ҡоролманы зарарлау өсөн компьютер программалары әҙерләй. Был программалар мобиль ҡоролмаға үҙ аллы индерелә һәм система яңырыуы программаһы кеүек күренә. Буш белдереүҙәр, сит абоненттарҙан һүрәттәр, һеҙҙең турала комментарийҙар килеүенә иғтибарлы булыу мөһим.
«Ялған сайттар»
Енәйәтселәр «Ялған сайттар» булдыра. Улар ситтән ҡарағанда рәсми кеүек күренә, унда шулай уҡ логин һәм пароль талап ителә. Мәҫәлән, хәҙер бөтәһе лә «Сбербанк-онлайн» йәки кәрәҙле элемтәнең шәхси кабинеты менән файҙалана. Әгәр һеҙ шундай сайттарға инһәгеҙ, енәйәтселәр логин һәм пароль ала һәм бынан һуң һеҙҙең иҫәптәргә бәйле үҙаллы законһыҙ эшмәкәрлек башлана. Шуға бәйле, рәсми сайттарҙан ғына файҙаланырға кәрәк.
Мутлашыусыларҙың тағы ла ниндәй схемалар уйлап табыуы һәм уңышлы ҡулланыуы тураһында киләһе сығарылыштарҙа белә алырһығыҙ.
Читайте нас: