-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Март 2020, 19:20

Эх, күлдәге лә, күлдәге…

Венера Ахунйәнова күп һанлы дипломдарын, рәхмәт хаттарын һәм наградаларын ҡәҙерләп һаҡлай.

Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә матур, матур ғына түгел, ә стилле, үҙенсәлекле һәм зауыҡлы булып күренәһебеҙ килә. Әммә баҙар тәҡдим иткән кейемдәр күп ваҡыт беҙҙең һорауҙарҙы ҡәнәғәтләндермәй. Был сағында инде кешеләргә үҙ эштәренең оҫталарына мөрәжәғәт итергә тура килә.
Венера Рафаҡ ҡыҙы Ахунйәнова – тегенсе. Ниндәй һөнәр һайларға тип оҙаҡ уйлап тормай – мәктәпте тамамлағас та Өфө ҡалаһының 15-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм өҫ кейемдәре бесеүсе һөнәрен үҙләштерә. Шул көндән алып, ул бына инде ҡырҡ йылдан ашыу яратҡан эше менән шөғөлләнә.
Бик күптәр тегенсе тик туҡымалар менән эш итә һәм кейем генә тегә тип уйлай. Был һөнәрҙең тар профилле йүнәлештәре лә етерлек. Мәҫәлән, тегенсе күн йәки йәнлек тиреләре менән эшләй, сумкалар, төрлө биҙәнеү әйберҙәре һәм башҡа бик күп нәмәләр тегә –үҙ эшенең оҫтаһы булған Венера Рафаҡ ҡыҙының ҡулынан быларҙың барыһы ла килә. Бынан тыш, ул халыҡ һөнәрҙәрен өйрәнеү һәм тергеҙеү менән дә шөғөлләнә: рус, башҡорт, татар, сыуаш һәм башҡа милләт костюмдарын тәртипкә килтерә, ҡайһы ваҡыт уларҙы өр-яңынан тегә лә.
Уны Өфө ҡалаһының «Торатау» Конгресс-холында, Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары һәм республиканың башҡа ҡалаларында үткәрелгән халыҡ кәсептәре күргәҙмәләренә йыш саҡырып торалар. Дәүләкәндә «Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете территорияһы» сараһын уҙғарған ваҡытта В.Р. Ахунйәнова теләге булған һәр кемде үҙ һөнәренең нескәлектәренә өйрәтте.
Фольклор ансамблдәр, балалар баҡсалары, мәғариф учреждениелары, ауыл клубтары етәкселәре үҙешмәкәр артистар һәм ансамблдәр өсөн костюмдар тегеүен һорап алтын ҡуллы оҫтаға йыш мөрәжәғәт итә.
- Тап Венера Рафаҡ ҡыҙына – туҡымалар, төрлө таҫмалар, энә-ептәр батшабикәһенә – беҙ яратҡан костюмдарыбыҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, - тиҙәр Суйынсы-Николаевка һәм Сапай ауылдары ансамблдәрендә ҡатнашыусылар, - сөнки уңышлы сығыш яһау күп ваҡыт сәхнәгә ниндәй костюмдар кейеп сығыуға ла бәйле.
Венера Ахунйәнова күп һанлы дипломдарын, рәхмәт хаттарын, почет грамоталарын һәм башҡа наградаларын ҡәҙерләп һаҡлай.
- Бар яҡлап та күңелемә тап килгән был ҡыҙыҡлы һөнәремде бик яратам, сөнки минең хеҙмәтем кешеләргә бик кәрәк, - ти оҫта ҡуллы ханым. - Тәжрибәмде йәш белгестәргә ҙур теләк менән өйрәтәм. Бөгөнгө көндә минең эргәлә өмөтлө тегенсе Ирина Тимерханова хеҙмәт һала. Заказсыларыбыҙ беҙҙең ательенан йылмайып сыҡһын һәм зауыҡлы кейемдәр артынан беҙгә тағы ла килһен өсөн бергәләп тырышабыҙ. Ә ижад фантазияһы беҙҙә етерлек.
Ни өсөн ательеғыҙҙы «Золушка» тип атанығыҙ тигән һорауға хужабикә йылмайып:
- Ҡарағыҙ әле, беҙҙә күпме костюмдар, зауыҡлы күлдәктәр, төрлө биҙәүестәр бар! Уларҙы кейгән һәр кем үҙҙәрен әкиәт принцтары һәм принцессалары итеп хис итә ала», - тине.
Татьяна Бусарева.
И. Кәримова фотоһы.
Читайте нас: