+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Март 2020, 17:15

Бөгөн Бөтә донъя ананас көнө билдәләнә.

Ғәҙәти булмаған был байрам көнө осраҡлы ғына һайланмаған икән.

1970 йылдың 12 мартында АҠШ-тың Гавайи штатында иң ҙур тәмле ананас төрө сығарылған. Шулай уҡ март – уңыш йыйыу айы ла, емештәр һутлы һәм өлгөрөп еткән була.
Уның составында файҙалы витаминдар һәм минералдар ҙа күп. Һәр ваҡыт ананас ашап йөрөүселәр ашҡаҙан-эсәк сирҙәре менән һирәк ауырый. Ябығырға теләүселәр өсөн дә бик һәйбәт.
Ҡытайҙа ананас менән бәйле йолалар ҙа бар. Мәҫәлән, был илдә Яңы йыл байрамы табынына ананас ҡуйылмайынса ғаилә өҫтәл артына ултырмай. Ышаныуҙар буйынса, табында әлеге емештең булыуы алдағы йылда барыһына ла уңыш һәм үҫеш вәғәҙә итә.
Читайте нас: