+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Март 2020, 11:50

Урындағы үҙидаралыҡ вәкилдәре менән осрашыу

Хеҙмә коллективтары менән осрашыуҙары үтә

Район етәкселегенең предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтары менән осрашыуҙары үтте
Сәнәғәт производствоһы – бөтә райондың социаль-иҡтисади үҫешенең мөһим өлкәләренең береһе. Был – халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуға, инфраструктураны камиллаштырыуға мөмкинлек биргән эш урындары, тотороҡло хеҙмәт хаҡы, даими һалым түләүҙәре.
Шуға күрә, район етәкселеге предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтары менән осрашыуҙарҙы йыл һайын уҙғара. Йола буйынса, быйыл да шулай булды.
Предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтары йыйылыштарында Дәүләкән районы хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов, Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы В.В. Гапоненко, районыбыҙҙың төрлө ведомство етәкселәре һәм белгестәре сығыш яһаны. Йыйылыштарҙа ҡатнашыусыларға районда дәүләт программалары һәм милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы, 2019 йылға социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары һәм 2020 йылға пландар тураһындағы мәғлүмәт еткерелде.
Үткән йылда Дәүләкәндең 2-се айырымланған подразделениеһы яуаплылығы сикләнгән «Рязань торба заводы» йәмғиәте, «Нефтемаш» акционерҙар йәмғиәте, Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты, Дәүләкән 1-се иген продукттары комбинаты һәм яуаплылығы сикләнгән «Дәүләкән иген продукттары» йәмғиәте, аяҡ кейемдәре фабрикалары һәм башҡаларҙың тотороҡло эшләүе билдәләп үтелде. Кесе эшҡыуарлыҡтың 272 яңы субъекты асылған. Район аграрийҙары тарафынан 122 мең тоннанан ашыу иген һуғып алынған, тулайым иген йыйыу буйынса Дәүләкән районы республикала - алтынсы, ә уңыш буйынса етенсе урын алған.
«Демография» милли проекты сиктәрендә Дәүләкәндә Мәскәү урамында – 110, Көнбайыш урамында – 130 урынлыҡ ике мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлә. Иҫке Мерәҫ ауылында 20 урынлыҡ мәктәпкәсә төркөм асылған. Сергиополь һәм Вперед ауылдары мәктәптәре «Белем» милли проекты сиктәрендә «Үҫеш нөктәһе» проектында ҡатнашты. «Таҙа һыу» федераль милли проекты буйынса ҡалала һыу таҙартыу станцияһы төҙөлдө. Ҡалала һәм ауылдарҙа юлдарҙы ремонтлау, төҙөүгә үткән йылда 140 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. «Тыуған урам» программаһы буйынса Комсомол, Дорошевка, Вперед ауылдарында, «Ауыл биләмәләрен үҫтереү» программаһы буйынса Суйынсы ауылында урамдарға асфальт түшәлде. Ҡала-ауылдарҙа урамдарҙы яҡтыртыу өсөн бағаналар һәм яҡтыртҡыстар ҡуйыла һәм алмаштырыла.
Районда һаулыҡ һаҡлау базаһының матди-техник өлкәһен нығытыу йәһәтенән күп эш башҡарылған. Дүртөйлө, Яңы Яппар, Ленинск, Сапай ауылдарында урындағы бюджет саралары иҫәбенә модулле ФАП-тар урынлаштырылған. 2019 йылдың декабренән ауыл халҡы өсөн медицина ярҙамы сифатлыраҡ булһын һәм һәр кем йөрөй алһын өсөн планлы рәүештә күсмә ФАП-тар эшләй. Үҙәк район дауаханаһы штаты йәш белгестәр менән тулыланды.
Бынан тыш, йыйылыштарҙа Дәүләкән районындағы криминаль хәлгә анализ яһалды һәм пенсия законы яңылыҡтары буйынса аңлатмалар бирелде.
Галина Бурдилева.
Читайте нас: