Йыр-моңға Риф Бикбаев бала саҡтан ғашиҡ. Тәүҙә ул күңел өсөн, үҙе өсөн генә йырлаһа, бынан ун йыл самаһы элек «Күгәрсен һандуғасы» район ижади бәйгеһенә сығырға батырсылыҡ итә. Унда Риф хәҙер инде радионан йыш яңғырап торған «Булмаһын юғалтыуҙар» йыры (Зилә Янбулатова һүҙҙәре) менән үҙе синтезаторҙа уйнап, сығыш яһай. Ошо моңло йыр уға танылыу алып килә лә инде.Әле йырсының репертуарында бихисап башҡорт эстрада һәм халыҡ йырҙары бар, улар «Юлдаш», «Ашҡаҙар» радиоһы, телевидение аша йыш яңғырап тора.