+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Март 2020, 13:40

Бөгөн “Әүен баҙары” көнө.

Был көн йыл һайын март айының өсөнсө йомғаһында үткәрелә. Быйыл ул 13 мартҡа тура килде.

Рәсми телдә ул Бөтә донъя йоҡо көнө тип йөрөтөлә. Ул көндө барыһы ла йоҡоға тала, бер нәмә лә эшләмәй тигәнде аңлатмай был. Ул дөрөҫ йоҡлау менән бәйле проблемаларға иғтибарҙы көсәйтергә, уларҙы булдырмай ҡалыу ысулдарын табырға йүнәлтелгән.
Һәр кеше үҙ ғүмеренең өстән бер өлөшөн йоҡлап үткәрә икән. Йоҡлағанда беҙҙә баш мейеһе активлығының минималь дәрәжәһе һәм түбән реакция күҙәтелә.
Оҙаҡ ваҡыт дауамында йоҡоғоҙ туймаһа, был тормош сифатына кире йоғонто яһай. Юмор хисе юғала, ярһыусанлыҡ, үҙ-үҙеңә бикләнеү, бер үк проблемаларға йомолоу барлыҡҡа килә.
Табиптар насар йоҡлау инсультҡа, инфарктҡа, ҡан баҫымы күтәрелеүгә һәм башҡа етди ауырыуҙарға килтереүе ихтимал, ти. Шул уҡ ваҡытта күп йоҡлау – йөрәк-ҡан тамырҙары һәм күп кенә башҡа ауырыуҙарҙы, һимереүҙе киҫәтеүҙең иң һөҙөмтәле ысулдарының береһе. Белгестәр йоҡо туймау эшкә һәләтлекте кәметеп кенә ҡалмай, нервылар боҙолоуға ла килтерә, тип раҫлай.
Читайте нас: