+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Март 2020, 11:10

Ташҡын ваҡытында үҙеңде нисек тоторға?

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан ете кәңәш

Йәшәгән урынығыҙҙы яҡшылап өйрәнегеҙ: уйһыулыҡтар ҡайҙа урынлашҡан, һыу баҫмай торған ниндәй юлдар уйһыулыҡтарҙы урап уҙа. Һыу баҫыу осрағына эвакуация планын алдан уйлағыҙ.
Метеорология мәғлүмәттәрен һәм урындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының белдереүҙәрен күҙәтеп барығыҙ. Кәмәләр (тын тултырмалы булһа ла ярай), оҙон ҡуныслы итектәр әҙерләп ҡуйығыҙ. Ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе һәм документтарығыҙҙы рюкзакка һалып, күренеп торған урынға ҡуйығыҙ.
«Хәүеф сумаҙан»ын йыйығыҙ: бер нисә көнгә етерлек аҙыҡ-түлек, медикаменттар, шулай уҡ йылы кейем (ғаиләнең һәр ағзаһына кәмендә берәр өҫтәмә комплект) әҙерләгеҙ.
Әгәр һеҙҙең районда эвакуация иғлан итһәләр, махсус хеҙмәттәр күрһәтмәләрен тыңлағыҙ һәм паникаға бирелмәгеҙ. Бәләгә тарыусыларға ярҙам итегеҙ.
Өйҙән сығыр алдынан электр менән эшләүсе приборҙарҙы, газды һәм һыуҙы һүндерегеҙ. Ваҡытығыҙ булһа, ҡиммәтле һәм башҡа әйберҙәрегеҙҙе юғары ҡаттарға йәиһә ҡыйыҡтарға мендерегеҙ. Әгәр эвакуация ҡапыл иғлан ителһә, ваҡытығыҙҙы юғалтмағыҙ. Бер ниндәй мөлкәт тә һеҙҙең һаулығығыҙҙы һәм ғүмерегеҙҙе алыштыра алмай!
Йортҡа кергәс тә, электрҙы ҡабыҙырға ашыҡмағыҙ – сымдарҙың төҙөклөгөн тикшерегеҙ. Газды тоҡандырыр алдынан, бүлмәләрҙе елләтегеҙ.
Әгәр ҙә һыу ҡапыл баҫһа, юғары ҡаттарға йәки ҡыйыҡҡа күтәрелегеҙ. Өҙлөкһөҙ сигнал биреп тороғоҙ: көндөҙ аҡ таҫтамал йәки простыня болғағыҙ, төндәрен фонарь яҡтыртығыҙ.
Һыу баҫҡанда йәки ташҡын ваҡытында планлы эвакуация
Һыу баҫыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәттәр алғас, власть органдары урындағы халыҡты киң мәғлүмәт саралары аша иҫкәртә. Был иҫкәртеүҙә гидрометеорология мәғлүмәттәренән тыш һыу баҫыу мөмкинлегенең яҡынса ваҡыты, сиктәре, һыу баҫҡанда халыҡтың үҙен нисек тоторға тейешлеге һәм эвакуация тәртибе күрһәтелергә тейеш – был мәғлүмәттәрҙең барыһын да иҫтә ҡалдырырға кәрәк.
Әгәр ҙә һеҙ предприятиелар һәм транспорт саралары өҙөп-өҙөп гудоктар һәм сиреналар ярҙамында тапшырған «Иғтибар, бөтәһенә лә!» тигән сигнал ишетһәгеҙ, радиоалғысығыҙҙы, телевизорығыҙҙы (урындағы тапшырыуҙар каналын) ҡабыҙығыҙ һәм инструктаж тыңлағыҙ. Уларҙы хәүефле хәл яйланғанға йәки эвакуация тураһында хәбәр алғанға тиклем һүндермәгеҙ.
Эвакуация башланыу тураһында сигнал алғас:
- тиҙ генә үҙегеҙ менән алдан әҙерләп ҡуйған «хәүефле сумаҙан»ығыҙҙы алығыҙ. Унда ғаиләнең һәр ағзаһына кәрәкле әйберҙәр: документтар һәм аҡса, аптечка, өс көнгә етерлек азыҡ һәм һыу запасы, урын һәм йыуыныу кәрәк-яраҡтары, алмаш өҫ һәм аяҡ кейемдәре булырға тейеш.
- теркәлеү үтеү һәм хәүефһеҙ урынға күсеү өсөн тәғәйенләнгән ваҡытта билдәләнгән эвакуация урынына барығыҙ. Ашығыс хәбәрҙә күрһәтелгән маршрут буйынса ғына хәрәкәт итегеҙ, башҡа юлдар, хатта ҡыҫҡа булһа ла, хәүеф тыуҙырыуы ихтимал!
МӨҺИМ!
Эвакуация ваҡытында ҡотҡарыусыларҙың бөтә талаптарын да үтәргә кәрәк.
Һаулығығыҙға һәм ғүмерегеҙгә ҡурҡыныс янағанда ғына ҡотҡарыусылар килеүен көтмәй һыу баҫҡан урындарҙан үҙаллы китергә мөмкин. Тик быны эшләрҙән алда ныҡлап уйларға һәм яҡшылап әҙерләнергә кәрәк.
Күп осраҡта халыҡты алдан иҫкәртеп өлгөрөп булмай, сөнки һыу баҫыу –көтөлмәгән күренеш һәм тәбиғәт ғәрәсәте. Шуға һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған төбәктәрҙә йәшәүселәргә уяулыҡтарын юғалтмау һәм көтөлмәгән хәлдәргә әҙер тороу мөһим!
Читайте нас: