-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2020, 14:00

Бар эшкә лә оҫта ул

Тырыш ир-егеттәр тураһында бик күп мәҡәлдәр бар. «Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән», «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ» һәм «Ат –тешенән, егет эшенән билдәле», - тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән!

Бәхет эҙләп сит яҡтарға, ҙур ҡалаларға сығып китеүселәр аҙ түгел. Әммә тырыш булмаһаң, хеҙмәт һөймәһәң, бер кем дә һиңә бәхетте өйөп килтереп бирмәй. Ситкә китеүселәрҙе лә ваҡыт үтеү менән тыуған тупраҡ үҙенә тарта, улар ауылдарына ҡайтып төпләнә.
Ә бына бөгөн мин һүҙемде ауылдашым, Ҡоръятмаҫ ауылының тырыш егете Айнур Халиҡов тураһында алып бармаҡсымын. Тыуған яҡтарын ташлап китеү уйы уның башына ла инмәй. Башҡорт дәүләт аграр университетында белем алып, ҡулына диплом алғас та, ул Ҡоръятмаҫҡа әйләнеп ҡайта. Тормош иптәше Элинаны ла ауылға әйҙәй. Ҡыҙ ҙа, Өфөлә тыуып-үҫеүенә ҡарамаҫтан, ауыл тормошонан ҡурҡып тормай, һөйгәненә эйәреп ошо яҡтарға күсеп ҡайта. Бөгөнгө көндә ҙур йорт һалып сыҡтылар, малай үҫтерәләр.
Ауылда колхоз тарҡалған, эш юҡ тип бер ҙә бошоноп ултырмай Айнур. Уның олатаһы Тимерғәли ҙә танылған оҫта ине, атаһы Фәнирҙең дә ҡулдары алтын. Нимәгә тотонһалар, ҡулдарынан шул килә – ағастан да, тимерҙән дә күҙ яуын алырлыҡ әйберҙәр эшләп ҡуялар. Оҫталыҡтары Айнурға ла күскән. Бөгөнгө көндә ул ауыл уртаһында ултырған элекке склад бинаһын һатып алып, яҡташтарына тимерҙән матур, семәрле ҡапҡа-ҡоймалар, баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙең ҡәберҙәренә ҡоймалар, гөлдәр ултыртыу өсөн төрлө зауыҡлы көршәктәр һәм башҡа нәмәләр яһау менән шөғөлләнә. Бынан тыш, сәмсел, дәрте ташып торған егет ата-бабалар кәсебе – малсылыҡ эшен дә башлап тора. Был эш бик килемле һанала, тик табыш алыр өсөн мал һанын арттырырға һәм яҡшы итеп һимертергә кәрәк. Тырыш Айнур был эште лә булдырыр тип ышанғы килә, сөнки үҙ башланғыстарында ул яңғыҙы түгел, уға уң ҡулы, атаһы Фәнир ярҙам итә, эргәһендә уны аңлап тороусы тормош иптәше, Элинаһы бар. Киләсәктә улар бергәләп заманса ферма төҙөргә уйлай.
Йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай Халиҡовтар ғаиләһе. Улар аталы-уллы район башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашып, ауылыбыҙҙа мәктәпкәсә төркөм асыуҙарын һорап мөрәжәғәт иткән. Бөгөнгө көндә инде унда кескәйҙәр ҙур теләк менән йөрөй.
Бар эштәрҙә лә алдан йөрөй Халиҡовтар: ауылдың ир-егеттәрен йыйып зыярат ҡоймаһын ураттылар, һәр яҙ һайын өмә яһап, уның территорияһын йыйыштырып торалар. Шулай уҡ ауыл старостаһы булып торған Фәнир улы менән бергәләп Ҡоръятмаҫта ҙур мәсет асыуға ла күп көс һалды, бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл өсөн бар күңелен биреп, янып йәшәйҙәр улар.
Бына ошондай уңған, кесе тыуған яҡтарының киләсәге өсөн тырышҡан егеттәребеҙ булғанда, ауылдарыбыҙ йәшәр тип ышанабыҙ! Ә беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, аталы-уллы Халиҡовтарға артабан да яңы үрҙәр һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Читайте нас в