-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2020, 16:00

Башҡорттарҙа сәйлецеремония ҡағиҙәләре

☆Иртән торғас та сәйгә һыу ал.

☆ Тәүҙә сәй эс. Шунан сәй эс. Тағы берҙе сәй эскәс кенә, башҡа эштәреңә тотон.
☆Эшең бармаһа, икенсе ҡағиҙәгә ҡара:тәүҙә сәй эс.
☆Иҫеңдә тот: сәй өшөгәнде йылыта, ҡайғырғанды йыуата, ярһығанды тынысландыра, бар эштәрҙе хәл итә.
☆Ҡоро сәй шөпөрләтмә. Асыҡһаң ҡоймаҡлап сәй эс, һыуһаһаң - ҡарағатлап, өшөһәң - баллап, эҫелә - ҡоротлап.
☆Эсең бошһа, дуҫыңды сәйгә саҡыр.
☆Дуҫың ҡайғы кисерһә, сәйгә әйт.
☆Күршеңә ҡунаҡ килһә, сәйгә ал.
☆Күршең йомошҡа инһә, сәйеңде шыжлат.
☆Ҡапыл ҡунаҡ килһә, сәй ҡуй.
☆Ҡунаҡҡа барһаң, сәйгә күстәнәс ал.
☆Йома көндө йома сәйе үткәр.
☆Ҡәйнә булһаң - кейәү сәйе, бейем булһаң килен сәйе эсер.
☆Яҙын кәкүк сәйенә сыҡ.
☆Йәйен туғай сәйен эсеп кенә ултырма: сәйгә үлән киптер, ҡаҡ ҡой, вәринйә ҡайнат.
☆Ҡышҡы оҙон кистәрҙә дуҫтар менән бер-берегеҙгә сәйгә йөрөшөгөҙ.
☆Төнөн йоҡлай алмаһаң, тороп сәй эс.
☆Иң һуңғы һәм иң төп ҡағиҙә. Иғтибарлы бул. Башҡорт кофенан һуң да сәй эсә.
Гөлсимә Иштанова-Алламоратова
#башкортса@i_bashkirka
Читайте нас: