0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2020, 17:00

Башҡортостан ауылдарының береһен ҡар бөрсәләре баҫҡан

Учалы районының Миндәк ауылына ҡар бөрсәләре «яуған». Урындағы халыҡты ҡар ғына түгел, ә бәләкәй ҡуңыҙҙар ҙа баҫҡан. Аҡ ҡарҙа күп һанлы бөжәктәр яҡшы күренә.

Ауылда йәшәүселәрҙең береһе «Башҡортостан-Яңылыҡтар» агентлығына ошо күренеште төшөргән видеоны ла тапшырған. Кадрҙарҙа ҡара бөжәктәрҙең аҡ ҡар өҫтөндә йөрөгәне күренеп тора. Ҡар менән бергә ер өҫтөнә ҡойроҡаяҡтар (ногохвостка) яуған тип иҫәпләйҙәр.
Улар һалҡындарға сыҙамлы һанала, кешеләр һәм хайуандар өсөн ҡурҡыныс тыуҙырмай. Көндәр йылыта башлау менән ҡар бөрсәләре уяна һәм ашарға эҙләп сыға башлай. Ябай булмаған исем уларға ҡойроҡтары ярҙамында яҡшы итеп һикергәндәре өсөн бирелгән.
BASH.news агентлығы мәғлүмәттәренән.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас: