+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2020, 14:40

Башҡортостанда һыу ресурстарын һаҡлау мөмкинлеге ҡаралды

16 мартта үткән кәңәшмәлә Рәсәй Һыу ресурстарының федераль агентлығы финанслаған сараларҙы планлаштырыу һәм тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Кәңәшмә эшенә Наталья Сологуб етәкселек итте. Унда беҙҙең республиканан БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының министр урынбаҫары Илдус Яхин ҡатнашты.
Кәңәшмә видеоконференция форматында уҙҙы. Илдус Яхин Владимир Путин раҫлаған «Экология» милли проекты һәм «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ сараларҙың үтәлеше тураһында һөйләп китте.
Шулай, 2020-2024 йылдарҙа «Яңы Михйловка ауылынан алып Нижегородка ауылына тиклем Дим йылғаһы үҙәнен таҙартыу» сараһы үткәреләсәк. Йылғаны таҙартыу РФ бюджеты иҫәбенә финансланған «Гидрография селтәрҙәренең экологик торошон яҡшыртыу» йүнәлеше сиктәрендә алып барыласаҡ. Шулай уҡ Благовещен ҡалаһы эргәһендәге Потеха йылғаһындағы быуала ла төҙөкләндереү эштәре көтөлә. Илдус Яхин әйтеүенсә, был сараларҙы ойоштороуҙа ҡатмарлыҡтар юҡ.
BASH.news агентлығы мәғлүмәттәренән.
Фото: Интернеттан алынды.
Читайте нас: