+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2020, 15:05

Гагариндың ҡатыны вафат булған

17 мартта Ер шарының беренсе космонавты Юрий Гагариндың ҡатыны Валентина 85-се йәшендә вафат булған. Был турала Космонавтар әҙерләү үҙәге хәбәр итә.

Валентина Гагарина 1935 йылдың 15 декабрендә Ырымбурҙа Горячевтар ғаиләһендә алты баланың (өс ул, өс ҡыҙ) төпсөгө булып тыуа. Атаһы Мван Степанович - ашнаҡсы, әсәһе Варвара Семеновна - йорт хужабикәһе. Валентинаның ике ағаһы Алексей һәм Михаил һуғышта һәләк була, Иван ағаһы Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Валя Ырымбурҙа медицина училищеһын тамамлай, Осоуҙарға идара итеү үҙәге идаралығы лабораторияһында эшләй. 1957 йылда Юрий Гагаринға кейәүгә сыға. Уларҙың ике ҡыҙы – Елена һәм Галина тыуа. Ире үлгәндән һуң Валентина Ивановна бер кемгә лә интервью бирмәй, әммә беренсе космонавт хөрмәтенә үткәрелгән сараларҙа йыш ҡатнаша. Ул яратҡан тормош иптәшенә бағышланған китап сығара, Гагарин музейының эшендә ярҙамлаша – унда тормош иптәшенең шәхси әйберҙәрен бүләк итә.
Ғүмере буйы шәфҡәт туташы һәм лаборант-биохимик булып эшләй. Һуңғы йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Йондоҙло ҡаласығында 4-се ҡаттағы фатирҙа йәшәй. Уның тәҙрәләренән, Юрий Гагариндың ҡулына ромашка сәскәһе тотҡан һәйкәле күренеп торған.
Фото: stuki-druki.com.
Читайте нас: