Ваҡытты ғаиләгә бүлер өсөн яҡшы мөмкинлек был. Шул уңайҙан бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
Мәжбүри ялдарҙы өҫтәмә белем алыуға сарыф итергә була. Мәҫәлән сит тел өйрәнергә.
Шахмат, шашка, пазл йыйыу һәм башҡалар ғаиләгеҙ менән һеҙҙе нығыраҡ яҡынайтыр. Бергә яҡшы фильмдар ҡарау ҙа шулай уҡ.
Ә инде бер үҙегеҙ рәхәтләнеп ял итәйем, нервыларҙы тынысландырайым тиһәгеҙ, кәңәш – китап уҡығыҙ! Белемегеҙ, донъяны күҙаллауығыҙ ҙа артыр.
Ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт тапмай инегеҙме? Рәхим итегеҙ, бына һеҙгә ваҡыт!
Әлбиттә, ғаилә менән бергәләп саф һауала йөрөүҙе лә онотмағыҙ. Һауа торошона ҡарап кейенегеҙ.
Һуңғы көндәрҙә күп мәҙәни саралар кисектерелә. Ләкин шул уҡ ваҡытта күп донъя музейҙарын онлайн режимда күреү мөмкинлеге булдырылды. Быны ла иҫкә алығыҙ!