+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Март 2020, 18:40

Тыуған көнөгөҙ менән, Радий Фәрит улы!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тыуған көнө.

Без уны матур ғүмер байрамы менән ҡотлайбыз. Уға оҙон ғүмер, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ! Ир кешене, ғәҙәттә, эше буйынса баһалайҙар. Беҙ ҙә бер ни тиклем уның эшмәкәрлегенә байҡау яһарға булдыҡ.
Республикаға эшкә ҡайтҡас Башҡортостан халҡы, уға бик ҙур ышаныс һәм өмөт бағлап, Республика Башлығы итеп һайланы. Уны электән яҡшы беләбеҙ: республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов командаһында эшләп, үҙенең эшлекле сифаттарын күрһәтергә өлгөргәйне инде ул. Бер нисә йыл федераль үҙәктә, яуаплы вазифаларҙа тәжрибә туплаған яҡташыбыҙ тәүге көндән көслө идарасы булыуын раҫланы.
Бер йылға яҡын ул Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булараҡ эшләне. Был осорҙа халыҡ уны төрлө яҡлап һынаны, эшен ентекле күҙәтә барҙы, шуға күрә һайлау ваҡытында тап уға ышаныс белдереп, дәррәү тауыш биреүҙәре бер кем өсөн дә көтөлмәгән хәл булманы.
Был ваҡыт эсендә ниндәй ыңғай күренештәр булды?
Радий Хәбиров Рәсәйҙең иң популяр блогеры булып танылды. Уның социаль селтәрҙәрҙәге һәр посын 300 меңләп кеше уҡый. Ябай халыҡ унда үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы күрһәтеп, мөрәжәғәттәрен баҫтыра. Республика етәксеһе тәҡдиме менән интернетта булдырылған “Инцидент” системаһы ла мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҙур роль уйнай.
Чиновниктарға һәр яҙманы контролдә тотоу бурысы йөкмәтелә. Һөҙөмтәлә йыл эсендә миллионға яҡын проблема хәл ителгән.
Чиновниктар ең һыҙғанып эшләргә кәрәклеген аңланы. Кемдер ғариза яҙып, отставкаға китте. Урындағы власть хәрәкәткә килде. Ауыл урамдарында уттар ҡабына, юлдарға асфальт һалына, автобус маршруттары асыла, дауаханаларҙа – табиптар, мәктәптәрҙә уҡытыусылар күбәйә башланы. Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә янғын иҫкәртеү ҡулайламалары, юлдарҙа тамғалар барлыҡҡа килде, ялған араҡы һатыусыларҙың “бизнесы” ябылды. Һөҙөмтәлә бер йыл эсендә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һәләк булған кешеләр һаны 2500-гә ҡыҫҡарҙы!
Радий Фәрит улы шәхсән мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыу мәсьәләләре менән танышты, был өлкәлә сифатлы хеҙмәт күрһәтеүҙе талап итте. Ил Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһендә өс йыл эсендә мәктәптәрҙә башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыуға күсерергә кәрәк тигәс, беҙ беренселәрҙән булып әҙер булыуыбыҙҙы белдерҙек. Ремонт талап ителгән подъездарҙы, юлдарҙағы соҡор-саҡырҙы үҙе барып ҡараны. Ысынлап та, ябай кешегә беренсе сиратта ҡыш өйҙә йылы булыуы, ихатала сүп-сар өйөлөп ятмауы мөһим. Һәм тарихта тәүге тапҡыр республикала подъездарҙы төҙөкләндереүгә йыл һайын бер миллиард һум бүленә башланы.
Башҡортостанда хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күреп, республикаға инвесторҙар тартылды. Йыл эсендә улар элеккегә ҡарағанда капиталды 14 процентҡа күберәк һалды. Тиҙҙән яңы ҡояш электр станцияһы, ит һәм һөт комплекстары, көҙгө етештереү предприятиеһы сафҡа инәсәк. Тимәк, байтаҡ эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк.
Тағы ла бер йыл эсендә: мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күстеләр, автобустар паркын яңырттылар, берҙәм карта менән түләүгә күстеләр, юлдарҙағы соҡорҙарға ҡаршы көрәшкән “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы, газондарҙа машина ҡуйыуҙы тыйған закон ғәмәлгә инде, “Ашығыс ярҙам” һәм мәктәп автобустары паркы 60 процентҡа тулыланды, 500 кешегә табиптар дефициты ҡыҫҡартылды, ҙур дәүләт предприятиелары “Башавтотранс” һәм “Башҡортостан” нәшриәте бөлгөнлөктән йолоп алып ҡалынды, яңынан һөт кухнялары эшләй башланы, законһыҙ тәбиғәт байлығын сығарыусылар эшмәкәрлеге туҡтатылды, алданған өлөшсөләр проблемаһы хәл ителә, бер нисә йөҙ кеше фатир алды ла инде. Өфөлә көрәш буйынса донъя чемпионаты, волейбол буйынса донъя чемпионаты этаптары һәм башҡа халыҡ-ара турнирҙар үткәрергә ҡарар ителде.
Башлыҡ аҙна һайын тиерлек республиканың ҡала һәм райондарына эш сәфәренә сыға. Бында ла уны халыҡ көтә, проблемалары менән уртаҡлаша. Радий Фәрит улы бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй һәм таба.
Күренеүенсә, үҙгәрештәр тик ыңғай һәм улар башланып ҡына тора. Радий Хәбиров әйткәнсә, “Алға, Башҡортостан”! Был хәҙер тотош республиканың лозунгы.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/176878
Читайте нас: