-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Март 2020, 17:00

БЫНДА ЭСКЕСЕ КЕШЕ БАРҘЫР ШУЛ

– Шунан нисек, мине нимә тиҙәр?Ике аҙналап “егет” булып йөрөгән Хәйрүштең бөгөн эшкә килгәс, тәүге һүҙе шул булды. Унан иптәшенең яуабын да көтөп тормай, былай ҙа шешенеп бөткән йөҙөнә йәлләүес төҫ сығарып, күҙен мөлдөрәтеп, һүҙен дауам итте.

– Нимә тиһендәр! Эсә тиҙәр­ҙер инде! – Хәйрүш “ҡуй инде” тигәнде белдереп, ҡулын һелтәне. – Ҡыҙыҡ ҡына ул беҙҙең халыҡ, тота ла мине эсә, тиҙәр. Әлдә бер мин бар әле. Как будто үҙҙәре эсмәй инде. Ауыҙҙарын тегеп ҡуйғандар, тиерһең. – Хәйрүш тағы иптәшенә ҡараны.
– Бына һин минән дә күберәк эсәһеңдер әле. Шул кешегә күре­неп йөрөмәүең бар. Бүтәндәр ҙә суфый түгел. Ана Яңы йыл корпоративында шешәләрҙе бер-бер артлы тыпылдатып ҡына тор­ҙолар. Ә мин ауыҙға ла алманым. Һин дә эстең, хатта машинаңды ҡалдырып ҡайттың. Ә бит һине берәү ҙә “эсә” тимәй. Ә мине эскесе тип кенә торалар. Улай тип кенә әйтһәләр бер хәл. Алкаш, тиҙәрҙер әле. Үҙҙәре ҡыс­ҡырып әйтмәһә лә, күҙҙәре һөйләп тора. Бына һин дә шулай уйлайһың бит. Шулай бит? – Хәйрүш “эйе” тигән һүҙҙе көтөп иптәшенә ҡараны.
- Юҡсы, ниңә улай тип әйтәйем?!
– Китсәле, танма! Мин юҡта әл­лә нимә тип әйтәһеңдер әле. Эсә тигәс тә, мин бөткән алкаштыр шул. Эсмәйем тиһәм, эсмә­йем дә ҡуям. Как будто миндә силавулие юҡ, – унан Хәйрүш өсөнсөбөҙ ултырған ултырғыс­тың буш икәнлеген шәйләп ҡалды.
– Юҡмы әллә?
– Шулай, ахырыһы...
– “Киткәнме”?
– Белмәйем.
– Бына ул, исмаһам, эсә тигәс тә эсә. Ай буйы шешә ҡосаҡлап ята ла аҙаҡ балнисҡа бара. Бушҡа аҡса әрәм итеп йөрөүе инде. Шуға балаларына кәнфит-маҙар алып ҡайтһа, лутсы булыр ине. Силавулие булмағас, личит­сә иттең ни, итмәнең ни. Теге ваҡытта ла шулай булды бит. Балнистан сығып өлгөрмәне – тағы кәгә башланы. Ә бына мин унда барғаным да юҡ, бармаясаҡмын да, үлһәм дә, ике аяғымдың береһен баҫаһы түгелмен. Мин эсмәйем тиһәм, эсмәйем. Бында бөткән алкаш барҙыр шул...
Унан Хәйрүш йәнә иптәшенә ҡараны:
– Ышанмайһыңмы?
– Ниңә ышанмай, ти. Ышанам!
– Юҡ, ышанмайһың! Ана күҙ­ҙәрең һөйләп тора. Ышан­май­һың, был алкаш тағы нығыраҡ эсһә ярар ине, тип уйлайһыңдыр әле.
– Юҡсы! Һин нимә!
– Ысын, аптырайым мин беҙ­ҙең халыҡҡа, – тип һүҙен дауам итте Хәйрүш. – Нилектән шулай тар күңелле икәндәр ул? Тоталар ҙа “эсә” тиҙәр. Бер мин генә эсәм­дер шул. Теге ваҡыт эсә тигән булып эштән ҡыуҙылар. Минән ҡотолорға бер сәбәп кенә инде. Юҡҡа сыҡһын был, тиҙәр­ҙер инде. Ывсе, бынан һуң ауыҙыма ла алмайым. Бында бөткән алкаш барҙыр шул, – Хәйруш шулай һөйләнә-һөйләнә ишеккә ынтылды. Унан, кире боролоп, иптә­ше­нән күпмелер аҡса һорап алды.
– Эскесе барҙыр шул, – тигән һүҙе ишетелде.
Бер аҙҙан ҡуйынына бер ярты ҡыҫтырған Хәйрүш килеп инде. Баҡтиһәң, магазинға сыҡҡан икән. Ул шешәнең бөкөһөн ҡайы­рып ҡына асты ла әжәл дарыуын сынаяҡҡа ҡойҙо.
– Мин күп эсәмдер шул. Бына шулай тамсылап-тамсылап эс­һәм, бер нимә лә булмай ул, – тип һөйләнде. – Как будто минең силавулие юҡ. – Уныһын тама­ғына оҙатҡас, тағы шешәһенә үрелде...
-– Баш ҡутарылып килә ине, ҡайһылай шәп булды. Ошоно ғына эсәм дә бүлше ауыҙыма ла алмайым. Бында эскесе кеше барҙыр шул. Тоталар ҙа шулай тиҙәр. Үҙҙәрен белһендәр әле.
Бынан һуң Хәйруш тағы ике аҙнаға юғалды...
Фото:omsk.media.
Автор:Венер Исхаков.
https://shonkar.rbsmi.ru/news/Binda-eskese-keshe-bar-ir-shul-167873/
Читайте нас: