Уның өсөн 150-200 грамм он, бер сәй ҡалағы йомшартҡыс, 200 грамм эремсек, 100 грамм аҡ май, ике аш ҡалағы шәкәр, 1/3 сәй ҡалағы тоҙ, ванилин кәрәк.
Тәүҙә эремсеккә аҡ май, шәкәр, ванилин, йомшартҡыс, тоҙ һалып һәйбәтләп бутайбыҙ. Он өҫтәп, ҡамыр баҫабыҙ ҙа 30-40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шунан уны һыуытҡыстан алып, өс өлөшкә бүләбеҙ. Дүрт мөйөш формаһында ҡамыр йәйәбеҙ. Өҫтөнә шәкәр һибәбеҙ. Икенсе, өсөнсө ҡатына ла шулай уҡ йәйеп шәкәр һибәбеҙ ҙә дүрт мөйөш формаһында киҫкеләйбеҙ.
Артабан формаға аш ҡағыҙы түшәп, теҙәбеҙ. Мейесте 210 градусҡа тиклем йылытып, 10-15 минут тирәһе бешерәбеҙ.