*Һыу бөтә йән эйәһенең тән ауырлығының күп өлөшөн тәшкил итә. Әйтәйек, кешенең ауырлығы 70 кг, шуның 50 килограмы һыу. Ошо һыуҙың 12 процентын ғына юғалтһа, кеше үлеү сигенә етә.
*Өлкән кеше организмына тәүлегенә 9-10 литр һыу талап ителә, был тән ауырлығының 15 проценты самаһы тигән һүҙ.
Кеше үҙ ғүмерендә 35 тоннаға яҡын һыу эсә.
*Яна торған һыу Әзербайжанда билдәле. Составында ҙур күләмдә метан булған был һыу шырпы ҡабыҙһаң, тоҡана.
*Һыуҙың хәтере бар, тип иҫәпләй ғалимдар. Быны беҙ ҙә үҙебеҙҙең халыҡ ижады өлгөләрендә күрәбеҙ. Мәҫәлән, «Урал батыр» эпосындағы «тере һыу», һыуға ҡағылышлы төрлө ышаныуҙар һәм башҡалар.