+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Март 2020, 18:55

Табиптар ни өсөн сығанаҡ бармаҡты “ярата”

Моғайын, ҡан анализын ғүмерендә бер тапҡыр ҙа тапшырмаған кеше юҡтыр.

Ул бик мөһим анализ. Тәү сиратта ул кеше организмындағы шәкәр кимәлен билдәләү өсөн кәрәк. Анализ алыу кабинетына ингән һайын ҡанды ни өсөн сығанаҡ (безымянный) бармаҡтан алалар икән? Әллә бының берәй ғилләһе бармы?

Әлбиттә, табиптар быны һис тә юҡҡа эшләмәй, ҡәтғи инструкция ошоно талап итә. Тәүге сәбәп – хәүефһеҙлек мәсьә­ләһе. Кешенең тән тире­һен тишеү һәр саҡта ла хәүеф­ле, йоғошло сир менән зарар­лауҙары ихтимал. Әгәр ҙә шундай күңелһеҙ хәл килеп тыуһа, бармаҡ остарын­дағы зарар­ланған урынды дауалауы еңелерәк.

Икенсенән, сығанаҡ бармаҡ­тағы яра тиҙ бөтәшә. Шул сә­бәп­ле ҡандың зарарланыу хәүефе ҡырҡа кәмей. Өҫтәүенә сығанаҡ бармаҡ, башҡала­ры­нан айырмалы, “иң ялҡауы” ла. Башҡа бармаҡтар көсөргә­неш­ле эшләгәндә, ул бер аҙ сит­тәрәк ҡала. Әммә ҡан анализын алғанда бөтә ауырлыҡ уға төшә.
Читайте нас: