Башҡортостанда тәүге метеорология күҙәтеүҙәре
XVIII быуат аҙағында ойошторола. Уларҙы айырым крайҙы өйрәнеүселәр алып бара, мәҫәлән, Өфөлә 1780 йылдан алып, егерме йылдан ашыу Ребеллинский, һуңыраҡ 1835 — 1850 йылдарҙа аптекарь Боссе үҙ күҙәтеүҙәрен теркәп барған. 1838 йылдан башлап
Өфө ирҙәр гимназияһында (хәҙерге медицина университетының бер бинаһы), 1912 йылдан Өфөнөң көньяҡ-көнбайыш ситендә (хәҙерге Телеүҙәк тирәһе) урынлашҡан метеостанцияла һауа торошон даими күҙәтеү ойошторола