+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Март 2020, 17:00

Ветеран ҡәнәғәт

Миниса Шәрхи ҡыҙы Муллабаеваға юбилей миҙалы тапшырылды

Дүртөйлө ауылында ғүмер итеүсе тыл ветеранына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата тапшырылған миҙал уны уйҙары менән алыҫта ҡалған һуғыш йылдарына алып китте...
Эй, ул саҡта күргән михнәттәр... Тылдағы бар ауырлыҡ үҫмерҙәр иңенә төштө. Баҫыуҙа ла – улар, фермаларҙа ла – улар, ғөмүмән, төп эшсе ҡулдар тап үҫмер ҡыҙ-егеттәр булды. Аслыҡ-яланғаслыҡты иһә әйтеп тораһы ла юҡ. Күпте күрелде, күпте кисерелде. Көткән Еңеү килде. Тормоштар яйланды, йылдар һәүетемсә үтә торҙо.
Ҡартлығының тыныс тормошта үтеүенә, күк йөҙөнөң аяҙ булыуына ҡыуанып бөтә алмай инәй. Ҡыҙылъяр ауылында буй еткереп, Дүртөйлө ауылына килен булып төшә Миниса. Ире Сабир менән биш балаға ғүмер бүләк итәләр, 66 йыл бергә татыу йәшәйҙәр. Ирле-ҡатынлы матур ғүмер кисерә. Ҡарты бик ипле, итәғәтле кеше була. Бер нисә йыл инде араларында ул юҡ. Ғаиләлә ҡәҙерле кешеләрен һис онотмайҙар, яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайҙар.
Ветеран балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Ейәндәре, бүләләре ҡайтып тора. Өйө йылы, өҫтәле тулы һый-ниғмәт, оло кешегә шунан башҡа тағы ни кәрәк?
9 Майҙа айырыуса көтөп ала инәй. Балалары ҡотлайҙар, күмәкләшеп үткәндәрҙе иҫкә алалар, рәхәтләнеп сәй эсәләр, ә табындың иң түрендә, әлбиттә, хөрмәтле әсә.
Читайте нас: