Ауыр һуғыш һалдаттарҙың ғына түгел, ә әсәләре, ҡатындары һәм балаларының да яҙмышын селпәрәмә килтергән. Уларға ла был дәһшәтле йылдар шаһиты булырға тура килгән.
1926 йылдың 29 декабрендә Ҡоръятмаҫ ауылында тыуған. 1940-1942 йылдарҙа Бәләбәй районының Ҡыҙыл Знаменка ауылында рус мәктәбендә уҡыған. Үҫмер сағында уҡ етем ҡалған – 1940 йылда әсәһе вафат була. Атаһы тимерсе булып эшләгәнлектән, һуғышҡа ебәрелмәй, бронь менән ҡала һәм Бәләбәйгә заводҡа эшкә оҙатыла. Унда 1945 йылға тиклем тир түгә, ауыр эштән үлеп ҡала. Атаһы үлгәндән һуң, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта, тәүҙә колхоз келәтендә һалдаттар өсөн картуф киптерә, һуңынан торф сығарыуға күсә. Унда 1946 йылға тиклем тир түгә, бер һүҙ менән әйткәндә, уға ул дәһшәтле йылдарҙағы барлыҡ һынауҙарҙы ла үҙ иңендә татырға тура килә: көлтә лә бәйләй, иген дә игә, һуға, ырҙын табағында ла эшләй, һалдаттарға ойоҡбаш-бейәләйҙәр ҙә бәйләй. 16 йәшендә генә һуғыш инвалиды Латипов Мөьмин Ғәбделмән улына кейәүгә сыға. Тормош иптәше менән ете балаға ғүмер бүләк итәләр. Бибисара Зәйҙулла ҡыҙы 1977 йылда хаҡлы ялға сыға. Бөгөнгө көндә матур, тыныс тормошҡа ҡыуанып йәшәй ул.