+1 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЙӘМҒИӘТ
25 Марта 2020, 12:35

Ҡартлыҡ ҡайҙан килә?

Ҡартлыҡ биттәге йыйырсыҡтарҙан түгел, аяҡтан башлана икән дә баһа!

Анығыраҡ әйткәндә – аяҡ табандарынан. Ҡытайҙың медицина белгестәре әйтеүенсә, табандарҙа кеше органдарының дөрөҫ эшләүенә яуап биреүсе актив нөктәләр урынлашҡан. Улар менән шөғөлләнмәгән осраҡта организмдың һулауы насарая. Йәш ҡалыуҙың төп сере – аяҡтарҙы нығытыуҙа.
Йәйәү йөрөү бөтә организмға сихәт бирә. Өйҙә генә түгел, урман һуҡмаҡтары буйлап, баҡсалағы үләндә, сирәмдә яланаяҡ йөрөү бик файҙалы. Ни тиклем иртәрәк йөрөй башлаһағыҙ, шул тиклем яҡшыраҡ. Хәрәкәттә - бәрәкәт.
Читайте нас в