0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2020, 19:10

Һаҡлай торған битлектәр – йәнең теләгәнен һайла

Районда медицина битлектәренә ҡытлыҡ юҡ

Һуңғы бер-ике аҙна эсендә медицина битлектәре беҙҙең ҡалала ғына түгел, тотош республикала байлыҡ хаҡына тиңләште тиһәң дә була. Урындағы дарыуханаларҙа булғандары һанаулы сәғәттәрҙә юҡҡа сыҡты, ә яңынан һатыуға сығарылғандарына хаҡтар бер нисә тапҡырға артты. Әммә был мәсьәләне хәл итеүҙең еңел юлы табылды.
Урындағы эшҡыуарҙар һәм ательелар ярҙамға килде. Улар күп тапҡыр ҡуланыуға яраҡлы битлектәр тегеү эшен яйға һалды. Етештереүселәр әйтеүенсә, эшмәкәрлектең яңы йүнәлешен – ул ваҡыт талабы.
Лиана Ғарифуллинаның үҙ ательеһы бар. Уны дәүләкәндәрҙең күбеһе яҡшы белә. Бына инде ике аҙна ул битлектәр тегә. Тәүҙәрәк бындай эшкә тотоноу тураһында уйлап та ҡарамауын Лиана йәшермәй.
  • Бөтәһе лә ҡалабыҙҙың дарыуханаларында үҙем һәм яҡындарым өсөн һаҡлай торған битлектәр эҙләүҙән башланды. Шул саҡта уларҙы үҙем тегергә булдым, интернеттан тегеү өлгөләрен ҡараным, ниндәй талаптарға яуап бирергә тейешлектәре тураһында уҡыным һәм үҙебеҙ өсөн бер нисә дана битлек тектем, - тип һөйләй Лиана, - иртәгәһен миңә бер танышым мөрәжәғәт итте һәм ойошмаһында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә битлектәр тегеүемде үтенде. Шулай итеп, беҙ тәүҙә утыҙлап, ә ике аҙнала 700-ҙән ашыу битлек етештерҙек.
  • Хәҙер инде ҡалабыҙҙа тегелгәнлектән һәм башҡа төбәктәрҙән килтереүҙе көтөргә кәрәкмәгәнлектән битлектәргә ҡытлыҡ кисерелмәй. Етмәһә, уларҙы күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Беҙ теккән битлектәрҙе Дәүләкән халҡы баһалап өлгөрҙө лә инде.
    • Дарыухананан алынғандарына ҡарағанда туҡыманан тегелгән битлектәрҙә тын алыуы еңелерәк, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Ксения... – Өҫтәүенә улар файҙаланыу өсөн дә уңайлы – йыуҙың, киптерҙең, эҫе пар менән үтекләнең һәм яңынан кейергә мөмкин. Шәп! Уларҙа тирләтә, әлбиттә, әммә был ҡурҡыныс түгел. Иң мөһиме – сәләмәтлек.
    • Күп тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр етештереүселәр әйтеүенсә, улар тик тәбиғи туҡымалар – етен, ситса, һәм кизе-мамыҡтан ғына тегелә. Шуға файҙаланыу өсөн уңайлы, йыуыуы еңел, тимәк, оҙаҡ хеҙмәт итәсәк. Улар матурыраҡ та. Был да мөһим, сөнки зауыҡлы битлектәр кейеү һәр кемгә оҡшай. Быға айырыуса йәштәр иғтибар итә. Тегенселәр билдәләүенсә, өлкәнерәктәр үҙҙәренә һүрәтһеҙ, ҡараһыуҙарын, ә йәштәр, киреһенсә, сағыу төҫтәгеләрен һайлай.
      Күп тапҡыр ҡулланылыусы битлекте нисек дөрөҫ итеп файҙаланырға?
      Роспотребнадзорҙан кәңәштәр:
      • Күп тапҡыр ҡулланылыусы һаҡлай торған битлектәр менән эшкәртеү үткәргәндән һуң (һабын йәки кер йыуыу саралары менән яҡшылап йыуырға, артабан пар генераторы йәки пар биреүсе үтек менән эшкәртергә. Эшкәртеп бөткәндән һуң битлек еүеш ҡалырға тейеш түгел, шуға һуңынан пар ебәрмәй генә эҫе үтек менән үтекләргә) ҡат-ҡат файҙаланып була.
      • Битлекте һәр ике-өс сәғәт һайын алыштырып тороу мотлаҡ. Һуғылмаған туҡыманан етештерелгән бер тапҡыр ҡулланыла торғандарын утилләштерергә кәрәк. Файҙаланылған битлекте айырым тоҡсайға һалырға, яҡшы итеп бәйләргә һәм шунан һуң ғына сүп биҙрәһенә ырғытырға.
      • -Битлектәр башҡа профилактика саралары менән берлектә (бәйләнештәр булдырмау, ҡулдарҙы йыш йыуып тороу, әйберҙәрҙе дезинфекциялау) генә файҙа килтерә ала.
      • Читайте нас: