-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2020, 13:40

Районыбыҙ геройы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Евгений Григорьев

Күптән түгел ул 95 йәшен билдәләне

Еңеү көнөнә тиклем 35 көн ҡалды. Беҙҙең яҙмала Ҡамсылытамаҡ ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Евгений Григорьев.
Евгений Григорьев күптән түгел 95 йәшен билдәләне. Унынсы тиҫтәне ваҡлауға ҡарамаҫтан аяғында ныҡ баҫып тора. Ауыл ерендә хужалыҡ тота. Баҡсаһы, бер көтөү һарығы бар.
Фронтҡа ул Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙған мәлендә алына. Ҡулына ҡорал тотҡанда уға ни бары 18 йәш була. Десантсылар 5 ай самаһы әҙерлек үткәндән һуң яуға оҙатыла. Һуғыш йылдарындағы көслө аслыҡ хәтеренә уйылып ҡалған. Чехославакиянан Венгрияға немец әсирҙәрен оҙатып барған совет һалдаттары колоннаһы тураһында яҡшы хәтерләй.
Һуғыш тамамланғас та Евгений Григорьевҡа байтаҡ ҡына Венгрияла хеҙмәт итергә тура килә. Башҡортостанға ҡайтҡас колхозда эшләй. Ер эшкәртеү минең яҙмышым, – ти хөрмәтле ветеран.
Беҙҙең районында әле ни бары 7 фронтовик иҫән. Евгений Григорьевҡа кеүек уларға ла Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған иҫтәлекле миҙалдар тапшырыласаҡ. 9 май 18 йәшенән Ватан һағына баҫҡан ветеран өсөн иң күркәм байрам. Шуға ла ул әле үк миҙалдары тағылған колстюмын әҙерләй һәм хәтирәләрен яңырта.
Рафиҡ Әхмәтшин.
Читайте нас: