Тыйыу үҙаллы изоляция режимы ваҡытында ғәмәлдә буласаҡ. Был туралағы указға 10 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Быйыл ҡалаларҙа зыяратҡа тиклем автобус маршруттары ойошторолмаясаҡ. Шул иҫәптән православие дине вәкилдәренең байрамдары көндәрендә лә.
“Был кәрәкле һәм мәжбүри сара. Шулай итһәк беҙ кешеләрҙе һаҡлаясаҡбыҙ, айырыуса Сovid-19 вирусы алдында яҡланмаған өлкән быуынды. 10 апрелдән алып зыяраттарға йөрөргә ярамай. Уларҙы ни бары кешеләрҙе ерләү өсөн генә асасаҡбыҙ. Ә ҡәберҙәрҙе әлегә махсус хеҙмәтләндереү комбинаты эшселәре йыйыштырып торасаҡ, улар беҙҙең хакимиәттәр янында бар”, – тинеләр был турала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте вәкилдәре.
Быға тиклем Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә, бер нисә башҡа төбәктә зыяраттарға инеү тыйылғайны. Башҡортостанда изоляция режимы 1 майға тиклем билдәләнде.