+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2020, 19:50

Типография – сылбырҙың бер быуыны

Эшһөйәр, ижади хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында район гәзитенең йөҙәрләгән һаны баҫылды.

Бөгөн беҙ мөһим звеноның береһе тураһында һөйләмәксебеҙ. Унан башҡа донъя күрә алмаҫ ине. Улар беҙҙең хөрмәтле полиграфистар һәм дизайнерҙар. Ваҡыт, техник прогресс тормошобоҙҙа күп нимәләрҙе үҙгәртте. Әммә күмәкләп эшләгән йылдар ветерандарыбыҙҙың күңелендә сағыу миҙгел булып, ул алыҫ мәлдәрҙәе әленән-әле хәтергә төшөрөп тора.
1930 йылдың ҡыш аҙағында Мәскәүҙән партия ағзалары урындағы гәзит эшен ойошотороу өсөн бер төркөм журналистар ебәрә. Күсмә редакция менән бергә типография хеҙмәткәрҙәре лә килә. Мәскәү пролетарийҙары дәүләкәндәргә бүләк итеп тулы комплект ҡорамал да ебәрә. Килеүселәр гәзит сығарыу эшен ойоштора һәм урындағы кадрҙарҙы ошо һөнәр серҙәренә төшөндөрә.
... 1980 йыл. 8700 дана гәзит сығарыла – «Знамя»-«Байраҡ» гәзитен алдырыусылар һаны шулай була. Бер һанды сығарыу өсөн типографияға 120 килограмм ҡағыҙ килтерелә. Һәм шулай аҙнаһына өс тапҡыр. Типографияла эш гөрләй.
Рус һәм башҡорт гәзиттәре мөхәррире М.Н. Мөхәмәҙиев, яуаплы секретарь тарафынан әҙерләнгән макеттарҙы һәм уға ҡушылып бирелгән мәҡәләләрҙе ентекле ҡарағандан һуң, уларҙы дежурный менән бергәләп «ҡыҙыу цех»ҡа
ебәрә. Үҙ эшенең оҫталары - линотипистар Рәсимә Бикмәтова, Валентина Кузнецова, Рәхимә Хөсәйенова, Валентина Голубева, Ольга Саломатина, Лиза Ғарифуллина ул ваҡытта «ғәжәйеп автоматтарҙа болванкаларҙан» металл, артабан матрицалар әҙерләй һәм гәзит бите эшләү өсөн уларҙы эҫе килеш версткалаусылар Венера Төхвәтуллина, Мәүсилә Йәнгурова (Тюлюбаева), Сәүиә Мөхәрәмова, Кәшифә Шәйбәковаға тапшыра. Был ҡыҙҙар гәзит юлдарынан баҫма форма эшләй (уйлап ҡарағыҙ әле, уларҙың һәр ҡайһыһы 18 килограмм самаһы). Ҡыҫыу станоктарын күтәреп күсереп йөрөтөп, А 3 форматында уҡыу өсөн гәзит бите әҙерләп бирәләр.
Артабан корректорҙар, дежурныйҙар, мөхәррир иғтибар менән уҡый, барлыҡ төҙәтеүҙәрҙән һәм мөхәррир «Баҫырға» тип ҡул ҡуйғандан һуң ғына, баҫыусылар эшкә тотона. Эш сменалы була. Любовь Солтанова, Рәзилә Әхмәҙуллина, Клара Мөхәрәмова, Людмила Маслова үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай, гәзиттең йөҙө уларҙың эш һөҙөмтәһе булыуын яҡшы белә.
Ул йылдарҙа ҡағыҙ киҫеү Зоя Ғәлиуллинаға йөкмәтелгәйне. Ул шул тиклем бирелеп эшләй ине, кәрәк саҡта типография хеҙмәткәрҙәрен дә алыштыра торғайны. Ихлас, яғымлы апайҙы беҙ әсәйебеҙ урынына күрҙек.
Әҙерләнгән гәзит биттәрен корректорҙар, дежурныйҙар һәм мөхәррир уҡый.Бының өсөн гәзитте Туҡай урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан типографиянан редакцияға алып баралар. Ул саҡта редакция 6-сы урта мәктәп территорияһында урынлашҡан була. Ентекләп уҡып, тейешле төҙәтмәләр индерелгәндән һуң, гәзитте артабан эшләү өсөн йәнә типографияға килтерәләр. Текстағы хаталарҙы төҙәтеп, артабан эшләргә типографияға илтеп бирер өсөн яуаплы секретарға, дежурныйға көнөнә бер нисә тапҡыр әҙер биттәр артынан барырға тура килә.
Эшһөйәр, ижади хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында район гәзитенең йөҙәрләгән һаны баҫылды.
Хеҙмәт ветераны Нина Ивановна Зубарева ул онотолмаҫ 80-се йылдарҙы һағынып иҫкә ала:
  • Бөтә коллектив менән гәзит сығарып, беҙ һәр беребеҙҙе тын алышынан уҡ тоя инек. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла ижади эшкә бар тырышлығын һалды. Район гәзите аша күмәкләп халыҡҡа яңылыҡтар еткерҙек.
  • ... Кис етә. Линопистар, версткалаусылар, корректорҙар бүлмәләрендә яйлап ут һүнә. Ә баҫыусыларҙың эш башлана ғына. Гәзитте үҙ ваҡытында һәм сифатлы итеп баҫыу мөһим. Уҡыусы яңы һанды ҡулына алыу менән «бына был үҙебеҙҙең гәзит» тип әйтерлек булһын һәм район хеҙмәтсәндәре тураһында яҙылған мәҡәләләрҙе бер тында уҡып сыҡһын өсөн күпме тырышлыҡ талап ителә.
    Китап төпләүселәр Сания Басирова, Мәрйәм Сәхәбетдинова эште элекке директор Анатолий Лобановтан ҡабул итеп алған типография директоры Александр Антонов етәкселегендә башҡа полиграфия баҫмалары әҙерләү менән шөғөлләнә. Шуныһы үҙенсәлекле, хеҙмәткәрҙәрҙең һәр ҡайһыһы бер-береһен алыштыра ала. Улар барыһы бергә йәмәғәт эешн дә башҡара.
    Ольга Саломатина, Мәүсилә Йәнгурова (Тюлюбаева) мәҫәлән, Дәүләкән ҡала Советы депутаттары итеп һайлана, Лиза Ғарифуллина ситтән тороп Ленинград полиграфия техникумында уҡый.
    Бөгөн инде элекке типография эшенең күпселек өлөшөн заманса компьютерҙар ярҙамында редакция коллективы башҡара. Заманса техника һәм IT-технологиялар ҡулланып, полиграфистар юғары сифатлы продукция открыткалар, саҡырыу билеттары, буклеттар, брощюралар, китаптар, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, почет грамоталары бланкылары һәм башҡа продукция етештерә. «Асылыкүл»-«Балҡантау» гәзиттәре сайтын, социаль селтәрҙәрҙе тиҙ арала үҙләштереп, версткалау буйынса инженерҙар Альвера Муллабаева менән Светлана Ғәниева «районка»ның һәр хәбәрсеһе кеүек үк, сайттан һәм социаль селтәрҙәрәҙн файҙаланыусыларҙы илдә, республикала, районда булған хәл-ваҡиғалар менән таныштырп тора.
    Район гәзитен 50 йыл һәм унан да күберәк алдырып уҡыған даими подписчиктарыбыҙ Семен Кошеленко, Рифғәт Усманов, Надежда Семенова гәзиттең йөкмәткеле булыуын, сифатлы баҫылыуын билдәләй. Клише (фото) уны айырыуса матурлай. Ул ваҡыттарҙа тираж ете мең дана самаһы тәшкил итә.
    Тиҙҙән гәзит үҙенең подписчиктары менән бергәләп уның тәүге һаны баҫылыуының 90 йыллығын билдәләйәсәк. «Районка»ны киләсәктә ниндәй итеп күрәһегеҙ килә, шул хаҡта фекерҙәрегеҙҙе белдерегеҙ.
    Татьяна Бусарева.
    Читайте нас: