+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Апрель 2020, 19:40

Баҡсасылар үҙ теплицаларында ҡыҙыу эш башланы ла инде...

Таң атыуға тупраҡ өҫтө туңдырып китә йәиһә ябалаҡлап ҡар яуа һәм ул шунда уҡ ирей бара... Тәжрибәле баҡсасылар һалҡынға сыҙам йәшелсәләрҙе бөгөндән ултыртырға мөмкин тиҙәр. Шул турала бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.

Өҫтәлегеҙҙә үҙегеҙ үҫтергән йәшел салат, һуған, шпинат, редис кеүек йәшелсәләр булһын тиһәгеҙ, уларҙы теплицаға ултыртыу тураһында алдан ҡайғыртырға кәрәк.
Апрелдә ҡояш йылыта башлау менән, һалҡынға сыҙам йәшелсәләрҙе ултыртырға мөмкин. Түтәлгә орлоҡтарҙы сәскәндә шуны иҫәпкә алығыҙ:
беренсе уңышты йыйып алғас, уның урынына помидор, ҡыяр, татлы борос үҫентеләре сығарып ултыртырлыҡ булһын. Мәҫәлән, беренсе түтәлгә – шпинат, уртаға – һуған, уның эргәһенә редис ултыртырға була.
Артабанғы түтәлгә – үҫенте алыу өсөн кәбеҫтә, уртала – салат, артабан брокколи, өсөнсө түтәлгә укроп, пекин кәбеҫтәһе, петрушка һәм башҡа йәшел тәмләткестәр сәсергә мөмкин. Мәҫәлән, күпселек баҡсасылар базилик, майоран, розмарин, кервель, мелисса кеүек йәшел тәмләткестәрҙе яратып үҫтерә.
Орлоҡтарҙы сәсеп, һыу һипкәс тә түтәлдәр өҫтөнә лутрасил ҡаплағыҙ. Түтәл кибеп китмәһен өсөн әленән әле уны асып, йылы һыу һибергә онотмағыҙ. Бигерәк тә редис кипкән, ҡорғаҡһыған ерҙә уңыш бирмәй.
Май айы башында редис, һуған, йәшел тәмләткестәрҙе йыйыштырғас, улар урынына өйҙә үҫтерелгән помидор, татлы борос үҫентеләрен ултыртыу йәтеш.
Ғәҙәттә, иртә яҙҙағы эштәр поликарбонат менән ябылған теплицаларҙа ғына башҡарыла. Пленка менән ябылған теплицаларға йәшелсә һуңыраҡ ултыртыла.
Читайте нас: