-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Апрель 2020, 12:00

«Грецкий» сәтләүек яратаһыңмы?

Күптәр уны әстерхан сәтләүеге тимәй, халыҡ телендәгесә «грецкий» ти ҙә ҡуя.

Кешенең баш мейеһенә оҡшаған был емештең ысынлап та тап мейегә файҙаһы ҙур икән. Улай ғына ла түгел, хафаланһағыҙ, йоҡоһоҙлоҡтан интекһәгеҙ ҙә, ошо сәтләүекте ауыҙ итегеҙ. Иммунитетты нығытыу өсөн дә табиптар көн һайын аҙлап ҡына уны ашарға ҡушалар. Башығыҙ ауыртһа, хәтерегеҙ насарланһа әстерхан сәтләүеге ашарға кәңәш ителә. Биш сәтләүектә С витаминының тәүлек нормаһы бар.
Ә бына һау-сәләмәт кешеләргә уның менән артыҡ мауығыу ярамаҫ. Уларға был сәтләүекте көнөнә 30 грамдан артыҡ ашарға ҡушылмай.
Читайте нас: