Аңламаҫһың был тәбиғәтте. Кисә генә балҡып торған ҡояш бөгөн әллә ҡайҙа юғалғансы. Иртән тороуға бөтә донъя аҡҡа күмелгән дә ҡуйған. Емеш ағастар бөрөләре тулышҡан, тирә-яҡта ҡоштар моңона күмелгән был мәлдә күңел йылылыҡ теләй ҙә һуң, әммә тәбиғәттең үҙ ҡанундары шул... Ул берәүгә лә буйһонмай...