Шулай уҡ юл билдәләре, йәйәүлеләр өсөн махсус урындар, светофорҙар ҡуйыласаҡ. Өс автоматик үлсәү пункты барлыҡҡа киләсәк. Водителдәр тиҙлек режимын күҙәтһен, юлдарҙа тәртип булһын өсөн камералар һаны артасаҡ.
Быйыл иртә йылытыу айҡанлы, эштәр күпкә иртәрәк башланды. Юлсыларға ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә, ни өсөн тигәндә уларҙың эш сифаты кеше ғүмерҙәре менән бәйле.